Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАРКОМАНИЯ

Просмотров: 1121

НАРКОМАНИЯ (гр. narkē — ҡатып ҡалыу, ойоу һәм mania — аҡылһыҙлыҡ, көслө дәрт), наркотик ҡулланыуға тыйып торғоһоҙ теләк м‑н бәйле хроник ауырыуҙар төркөмө. Опий, каннабиоид (нәшә), кокаин, седатив, йоҡо дарыуҙарын, галлюциногендарҙы саманан артыҡ ҡулланыу һ.б. Н. төрҙәрен айыралар. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: шәхестең психопатик һәм невротик типтары, соц. факторҙар. Наркотиктар мейенең билдәле структураларына йоғонто яһап, патологик бәйлелек тыуҙыра, эске ағзаларҙы ағыулай. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Н. дауалау: медикаментоз (дезинтоксикация, абстинентлыҡ синдромын туҡтатыу), психотерапия һ.б.; медик‑соц. реабилитация. Иҫкәртеү: наркотиктарҙы законһыҙ ҡулланыуҙы тыйыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: шәхес деградацияһы, вируслы гепатит, кешенең иммун дефициты вирустары м‑н инфицирланыу һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Н. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2008 — 127,2; 2010 — 140,1; 2012 — 147,3. Н. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр респ. 20 б. 70‑се йй. уртаһынан алып барыла. Медицина университетында Н. этиопатогенезында соматоген һәм шәхес факторҙарының әһәмиәте (И.Р.Байков, И.С.Репкин, В.Л.Юлдашев), респ. медикаментоз Н. таралышы (Д.Ғ.Йәнекәев, М.Г.Колос, В.Т.Пурик), бәлиғ булмағандарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре (Р.М.Мәсәғүтов, Е.В.Нәбиуллина, Юлдашев) тикшерелә. Педагогия университетында, Юридик институтта һәм Мәғарифты үҫтереү институтында Н. медик-соц. аспекттары өйрәнелә, йәштәрҙең психоактив матдәләрҙе саманан артыҡ ҡулланыуын иҫкәртеү б‑са белем биреү программалары һәм методик күрһәтмәләр эшләнә (Э.Р.Исхаҡов, С.А.Лобанов, З.Ә.Хөснөтдинова, С.Г.Әхмәрова һ.б.). 2003 й. БР‑ҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу б‑са РФ Федераль хеҙмәт идадалығы төҙөлә. 2005 й. респ. Наркоманияны, алкоголизмды һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғлан ителә, ш. уҡ йылда “Башҡортостан Республикаһында алкоголизмды, наркоманияны һәм токсикоманияны иҫкәртеү тураһында” закон ҡабул ителә. 2007—09 йй. Башҡортостан Республикаһында наркотиктарға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу б‑са программа эшләй. 2007 й. БР‑ҙың Наркотиктарға ҡаршы комиссияһы булдырыла, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу б‑са РФ Федераль хеҙмәте тарафынан РФ субъекттары араһында төбәктең наркотиктарға ҡаршы маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу б‑са респ. эшмәкәрлеге иң яҡшыһы тип табыла. “Наркотикһыҙ ҡала” (2001 й. алып) һәм “Әсәләр наркотиктарға ҡаршы” (2003 й. алып) йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Шулай уҡ ҡара: Сәләмәт йәшәү рәүеше.

В.Л.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: