Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘАҠ ТЕЛЕ

Просмотров: 1525

ҠАҘАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡаҙаҡтарҙың милли теле, Ҡаҙағстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан м‑н күрше булған РФ өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Фәләстанда, Төркиәлә һ.б. таралған. Донъяла Ҡ.т. һөйләшеүселәр һаны 14 млн ашыу кеше (2010); БР‑ҙа 5 мең тирәһе (2010). Ҡарағалпаҡ теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡ) теленә барып тоташа.

Әҙәби Ҡ.т. 16 б. үҫешә башлай, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү теле һәм Урта Азия төрки теле нигеҙендә 19 б. 2‑се ярт. тулыһынса формалаша. Ҡ.т. аныҡ ҡына диалект бүленеше юҡ; Ҡаҙағстанда 4 һөйләш төркөмөн айырып йөрөтәләр: көнсығыш, көнбайыш, үҙәк‑төньяҡ һәм көньяҡ. Ҡ.т. фонетикаһы өсөн, башҡорт телендәге кеүек үк, палаталь гармония (ҡара: Сингармонизм) хас, сағ.: ҡаҙаҡса “жасушыларымыз” – башҡортса “яҙыусыларыбыҙ”; [с] һәм [ж] тартынҡылары башҡ. телендәге [ш] һәм [й] тартынҡыларына тура килә, сағ.: ҡаҙаҡса “бас” ба[с] – башҡортса “баш” ба[ш]; “жакшы” [ж]акшы – “яҡшы” [йа]ҡшы һ.б. Ҡайһы бер ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙ яһаусы аффикстар (‑кар/‑кер, ‑ғар/‑гер, ‑кор, ‑паз һ.б.) төрки сығанаҡлы нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһауҙа ҡулланыла: “iскер” (эшлекле), “арбакеш” (ылаусы), “бiлiмпаз” (ғалим) һ.б. Морфологияла башҡ. телендәге бергәлек, ниәт-маҡсат һәм ҡорал мәғәнәләрен белдереүсе “менән” бәйләүесе ‑мен/‑пен һәм ‑менен/‑пенен аффикстары аша бирелә, улар параллель ҡулланыла, сағ.: ҡаҙаҡса “атпенен” һәм “атпен” – башҡортса “ат менән”, “менiменен” һәм “менiмен” – “минең менән”. Юҡлыҡ формалары башҡ. телендәге “түгел” модаль һүҙенә тура килгән “емес” киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: ҡаҙаҡса “кәрi емес” – башҡортса “ҡарт түгел” һ.б. Телдең һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән, иран теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста сифат ҡылым, хәл ҡылым м‑н төҙөлгән конструкциялар киң ҡулланыла.

1929 й. тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1929 й. алып латиницала, 1940 й. кириллицала башҡарыла. Хәҙ. ҡаҙаҡ алфавиты 42 хәрефтән тора.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: