Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАСАЙ‑БАЛҠАР ТЕЛЕ

Просмотров: 1157

ҠАРАСАЙ‑БАЛҠАР ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Балҡарҙарҙың һәм ҡарасайҙарҙың милли теле, Ҡабарҙы‑Балҡар һәм Ҡарасай‑Черкес Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, АҠШ‑та, Төркиәлә таралған. Донъяла Ҡ.‑б.т. һөйләшеүселәр һаны 300 меңдән ашыу кеше (2010); БР‑ҙа — яҡынса 80 кеше (2010). Ҡумыҡ теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡ) теленә барып тоташа.

Ҡ.‑б.т. ч‑ж‑лаштырып (баҡсан‑чегем һәм ҡарасай һөйләштәрен үҙ эсенә ала) һәм ц‑з‑лаштырып һөйләшкән диалекттарын, ш. уҡ холам- базынгий ҡатнаш һөйләшен айырып йөрөтәләр. Әҙәби Ҡ.‑б.т. 20 б. 20‑се йй. һуң ч‑ж‑лаштырып һөйләшкән диалект нигеҙендә формалашҡан. Ҡ.‑б.т. фонетикаһында сингармонизм эҙмә‑эҙлекле аңҡау гармонияһында күренә (башҡорт телендәге кеүек), сағ.: ҡарасай-балҡарса “ҡъатынларыбыз” — башҡортса “ҡатындарыбыҙ” һ.б.; ирен гармонияһына тик тар һуҙынҡылар ғына буйһона, сағ.: ҡарасай- балҡарса “борчлуду” — башҡортса “бурыслы”, “бузукъ” — “боҙоҡ” һ.б. Морфологияла сифат ҡылымдың киләсәк замандағы бер формаһы рыкъ/‑рик/‑ныкъ/‑лыкъ/‑лик аффиксы ярҙамында яһала, сағ.: башҡортса “әйтәсәк кеше”, “келлик поезд” — “киләсәк поезд” һ.б.; күплектең —ла/‑ле аффикслы ҡыҫҡа формаһы ҡулланыла, сағ.: ҡарасай‑балҡарса “атла” — башҡортса “аттар”, “сёзле” — “һүҙҙәр”; эйәлек аффиксы алдынан тулы форма ҡулланыла: “атлары” — башҡортса “аттары”, “сёзлерим” — “һүҙҙәрем” һ.б. Телдең һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; грузин, ғәрәп теленән, ҡабарҙы‑черкес, осетин, фарсы теленән, урыҫ теленән һ.б. телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста шәхси‑кире ҡағыу һөйләмдәре ҡулланыла, бындай һөйләмдә ике бер төрлө һөйләм киҫәгенең береһе “угъай” һүҙе ярҙамында кире ҡағыла, мәҫ.: “трактор угъай, автобус келеди” (трактор түгел, ә автобус килә) һ.б.

Яҙыу 1924 й. тиклем ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан латин графикаһында, 1936 й. алып кириллицала башҡарыла. Хәҙ. ҡарасай‑балҡар алфавиты 29 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Чеченов А.А., Ахматов И.Х. Карачаево-балкарский язык //Языки мира. Тюркские языки. Бишкек, 1997.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: