Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕТЕНҮЛӘН

Просмотров: 741

ЕТЕНҮЛӘН (Linaria), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсән, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—100 см. Япрағы һыҙатлы-еп йәки һыҙат-ланцет формаһында, шыма ситле, 1 йәки 3 һеңерсәле, сиратлы йәки суҡлы, ултырма. Сәскәһе һары, ике иренле, тибенгеле, тәлгәш йәки башаҡҡа оҡшаш сәскәлеккә йыйылған. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Далала, ташлы битләүҙә, ҡомташта, эзбизташта үҫә. Ябай Е. (декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек), рус Е. — респ. бөтә терр‑яһында тиерлек, Алтай Е. һәм мөсһөҙ Е. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, талүлән Е. Башҡортостандың Урал алдында осрай. Составында алкалоид, гликозид, сапонин, флавоноид бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Алтай Е. һәм мөсһөҙ Е. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: