Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫНЫҢ МОСОЛМАН ФРАКЦИЯҺЫ

Просмотров: 1175

ДӘҮЛӘТ ДУМАҺЫНЫҢ МОСОЛМАН ФРАКЦИЯҺЫ, Рәсәйҙә 1906—17 йй. парламент төркөмө. Башлыса төрки халыҡ вәкилдәренән (башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, әзербайжандар һ.б.) торған. Дәүләт думаһында мосолмандарҙың иҡт., милли, мәҙәниәт һәм дин мәсьәләләрен хәл итеү, уларҙың хоҡуҡтарын сикләүсе закон акттарын ғәмәлдән сығарыу өсөн сығыш яһаған, һайлаусылар һорауы б‑са рәсми мөрәжәғәттәр төҙөгән. Дөйөм Рәсәй мосолман либераль хәрәкәте (ҡара: Йәдитселек) йүнәлешендә эш иткән. Думаның либераль оппозицияһы составына ингән, сәйәси платформаһы кадеттарҙыҡына (ҡара: Халыҡ азатлығы партияһы) яҡын булған. Фракцияның сәйәси үҙәген, нигеҙҙә, Рәсәй мосолмандары иттифағы вәкилдәре тәшкил иткән. Фракция ағзалары Думаның даими һәм ваҡытлы комиссиялары составына ингән. 1‑се саҡырылыш Д.д.м.ф. — 22 депутаттан (ш. иҫ. Өфө губернаһынан — 6, Ырымбур губернаһынан — 2), 2‑се саҡырылыш — 36 (Өфө губ. — 7, Ырымбур губ. — 2), 3‑сө саҡырылыш — 8 (Өфө губ. — 4, Ырымбур губ. — 1), 4‑се саҡырылыш 6 депутаттан (Өфө губ. — 3, Ырымбур губ. — 1) торған. 1914 й. дек. Рәсәй мосолман хәйриә йәмғиәттәре вәкилдәренең фракция инициативаһы м‑н йыйылған съезында һалдаттар һәм уларҙың ғаиләләре файҙаһына аҡса йыйыуҙы ойоштороу, фронтҡа санитар отряд һәм һалдаттарҙың яугирлыҡ рухын күтәреү өсөн муллалар ебәреү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн ваҡытлыса мосолман ком‑ты ойоштороу т‑да ҡарар ҡабул ителә. 1916 й. февр. күренекле мосолман йәмәғәт эшмәкәрҙәре кәңәшмәһендә фракция эргәһендә депутаттар эшенә булышлыҡ итеү маҡсатында 4 кешенән торған даими бюро булдырыу т‑да ҡарар ҡабул ителә; бюро рәйесе итеп — А.Т.Цаликов, Өфө губернаһынан бюро ағзалары итеп Ә.Ә.Вәлидов, Ш.Мөхәмәтйәров һайлана. 1917 й. мартында Петроградта фракция һәм бюро ағзалары кәңәшмәһендә Бөтә Рәсәй мосолман съезын саҡырыу т‑да ҡарар ҡабул ителә, уны ойоштороу өсөн Ваҡытлы үҙәк бюроһы төҙөлә. Фракция ағзалары 1‑се һәм 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съездарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша, съездарҙа ойошторолған органдарҙың ағзалары, етәкселәре булып китә (ҡара: Бөтә Рәсәй мосолман шураһы, Эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы).

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019