Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИДОВ Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы

Просмотров: 4117

 

ВӘЛИДОВ Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы, Ә х м ә т з ә к и В ә л и д и, Ә х м ә т з ә к и Вәлиди Туған, З ә к и В ә л и д и, З ә к и В ә л и д и Т у ғ а н [10.12.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.7.1970, Төркиә, Истанбул ҡ.], сәйәси эшмәкәр, шәрҡиәтсе. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, авт. Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Филос. д‑ры (1935). Вәлидовтар нәҫеленән. 1917 й. социал‑революцио‑ нерҙар партияһы, 1920 й. РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ҡасимиә” мәҙрәсәһен (Ҡазан, 1912), Вена ун‑тын (1935) тамамлаған. 1909 й. алып “Ҡасимиә”лә төрки тарихын һәм ғәрәп әҙәбиәтен уҡыта. 1910 й. башлап Ҡазан ун‑тында В.А.Богородский һәм Н.Ф. Катановтың тарих һәм лингвистика б‑са лекцияларын тыңлай. 1912 й. Ҡазанда “Төрөк вә татар тарихы” (төрки телендә; башҡ. телендә 1994 й., 2005 й. нәшер ителә) хеҙмәтен баҫтырып сығара. Был хеҙмәттә төрки халыҡтарҙың килеп сығышы, 16 б. уртаһына тиклем соц.‑сәйәси һәм мәҙәни үҫеше мәсьәләләре ҡарала. 1913—14 йй. көнсығыш ҡулъяҙмаларын өйрәнер өсөн 2 тапҡыр Урта Азияға барып ҡайта. 1915 й. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә төрки тарихын һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1916 й. Петроградта Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы эргәһендә сәйәси эшмәкәрлеген башлай. Рәсәй мосолмандарының ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы булараҡ (Петроград, 1917 й. март—апр.) Мосолман советын (Ташкент, апр.) үткәреүҙе ойоштороусыларҙың береһе була, унда 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезына (Мәскәү, май) Төркөстандан делегат итеп һайлана. Съезда Рәсәйҙең федератив респ. ҡоролошо һәм мосолман халыҡтарының милли‑терр. автономияһы идеяһын яҡлай, Бөтә Рәсәй мосолман шураһының башҡарма ком‑ты составына, башҡорт делегаттары төркөмө тарафынан Башҡорт өлкә бюроһына индерелә. Башҡорттарҙың 1‑се дөйөм съезы (Ырымбур ҡ., июль; ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) президиумы ағзаһы, унда Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дәүләт ҡоролошо (милли‑терр. автоно‑ мия нигеҙендә) һәм ер мөнәсәбәттәре (17 б. — 20 б. башында юғалтылған башҡ. ерҙәрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдәләй) т‑да докладтар м‑н сығыш яһай. Башҡорттарҙың 2‑се өлкә съезы (Өфө, авг.) тарафынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа ҡатнашыуға тәҡдим ителә (нояб. Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге б‑са һайлана). Оло Башҡортостандың, Бәләкәй Башҡортостандың һәм Көнсығыш Рәсәйҙең Мосолман авт. дәүләттәре федерацияһының карталарын эшләй. Башҡ. мәркәз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙә ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сәйәси көрәштә позицияһы һәм федератив Рәсәй составында Башҡортостандың авт. статусы билдәләнә. 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайы (Ырымбур, дек.) президиумы рәйесе, унда Кесе ҡоролтай составына һайлана, Башҡорт хөкүмәте рәйесе урынбаҫары һәм хәрби бүлек мөдире итеп раҫлана. 1918 й. ғин., Эске Рәсәй һәм Себер төркитатар мосолмандарының милли йыйылышы депутаты булараҡ, берҙәм төрки‑татар милләте (уға, йәнәһе, башҡорттар ҙа ингән) идеяһын тәнҡит итә, УралВолга штатын ойоштороуға ҡаршы сыға. Февр., Ырымбур казак ғәскәре хөкүмәте м‑н хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнеп, Ырымбур губерна хәрбиреволюцион комитеты рәйесе С.М.Цвиллинг бойороғо б‑са ҡулға алына. Апр., Ырымбурҙы башҡ. һәм казак отрядтары баҫып алғанда, азат ителә. 1918 й. июне — 1919 й. февр. Башҡорт хәрби шураһы рәйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы. Башҡ. хөкүмәтенең Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты һәм Ваҡытлы Себер хөкүмәте м‑н үҙ‑ара бәйләнешен ойоштора. 1918 й. сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен төҙөүҙе (милли өлкә хөкүмәттәре эшмәкәрлеген дауам итеү шарты м‑н) яҡлай. Нояб. А.В.Колчактың хәрби диктатураһын урынлаштырыуға һәм уның унитар Рәсәйҙе тергеҙеүгә, өлкә хөкүмәттәрен һәм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән курсына ҡаршы сыға. Башҡортостандың РСФСР составына инеүе т‑да В.И.Ленин һәм И.В.Сталин м‑н һөйләшеүҙәр ойоштора. 1919 й. февр. Башҡ. ғәскәрҙәренең РККА яғына сығыуына етәкселек итә, 1‑се Бөтә башҡорт хәрби съезында Ваҡытлы Революцион ком‑т (ҡара: Башҡортостан хәрби- революцион комитеты) рәйесе урынбаҫары һәм Башҡ. республикаһының хәрби эштәре б‑са халыҡ комиссары итеп һайлана. 1919 й. 20 мартындағы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” тексын төҙөүҙә ҡатнаша. Апр. алып АСБР хәрби комиссары. Яҙын- көҙөн Һамар, Саранск һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. РККА‑ның башҡ. ғәскәри частарын ойоштороу, “Ирек” башҡ. соц. партияһын төҙөү м‑н шөғөлләнә. 1919—20 йй. ҡышында Башҡ. ХРК м‑н РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты араһындағы низағ арҡаһында Башҡ. республикаһында килеп тыуған сәйәси көрсөк ваҡытында Мәскәүҙә була, ТатарБашҡорт Совет Республикаһын тергеҙеү идеяһына ҡаршы сыға, Ленинға ҠырғыҙБашҡорт Совет Республикаһы проектын тәҡдим итә. 1920 й. февр. Башҡ. ХРК рәйесе итеп тәғәйенләнә. Апр. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе Ф.Э.Дзержинский талабы б‑са Мәскәүгә РКП(б) ҮК‑на саҡырып алына. Башҡортостандың РСФСР составына инеү шарттарын боҙған РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ының 1920 й. 19 майында ҡабул ителгән “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарары м‑н риза булмауын белдерә. Июндә Баҡыға, артабан Урта Азияға китә. Сент. РСФСР етәкселәре Ленин, Сталин, Л.Д.Троцкий һәм А.И.Рыковҡа большевиктарҙың бөйөк державасылыҡ сәйәсәтен фашлаған хат ебәрә. Баҫмасылыҡ идеологтарының береһенә әүерелә, 1921 й. июлендә Төркөстан милли федера‑ цияһы ҮК‑ның рәйесе итеп һайлана. 1923 й. февр. алып — Фарсы илендә, апр. — Афғанстанда, сент. — Һиндостанда, нояб. — Төркиәлә, дек. — Францияла, 1924 й. февр. башлап Гер‑ манияла йәшәй. Төркиә гражданлығын ҡабул иткәндән һуң (1925 й. июне) Төркиә Мәғариф министрлығында эшләй, 1927—32 йй., 1939— 44 йй. һәм 1948—70 йй. Истанбул ун‑тында уҡыта. 1935—37 йй. Бонн, 1938—39 йй. Гёттинген ун‑ттары (Гер‑ мания) профессоры. 1953 й. башлап Истанбул ун‑ты эргәһендәге Ислам б‑са тикшеренеүҙәр ин‑ты рәйесе. 1944 й. пантөркилек эшмәкәрлегендә ғәйепләнеп ҡулға алына, 1945 й. азат ителә. 1947 й. аҡлана. Фәнни тикшеренеүҙәре иран, монгол, төрки халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә, Көнсығышта милли‑азатлыҡ хәрәкәте проблемаларына, археографияға, сығанаҡтар өйрәнеүгә, этнографияға, тарихи тикшеренеүҙәр методологияһына арналған. 1923 й. В. Мәшхәд ҡ. (Фарсы иле) китапханаһының ҡулъяҙмалары араһында Ибн Фаҙландың “Сәйәхәтнамә”һен таба, 1939 й. уны үҙенең аңлатмала‑ ры м‑н баҫтырып сығара (Лейпциг ҡ., Германия; немец телендә). 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, ш. иҫ. “Төркиҙәрҙең дөйөм тарихына инеш” (1946; төрөк телендә), “Тарихи тикшеренеү методологияһы” (1950; төрөк телендә), ш. уҡ “Хәтирәләр” (1969; төрөк телендә; урыҫ телендә 1994 й., 1997 й. һәм 1998 й., башҡ. телендә 1996 й. сыға). Был хеҙмәттәр 20 б. 1‑се си‑ регендә Рәсәй империяһы һәм СССР мосолман халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәттәре тарихы б‑са ҡиммәт‑ ле сығанаҡ булып тора. Төрөк шәрҡиәтселәре ассоциацияһына нигеҙ һалыусы (1957). Шәрҡиәтселәрҙең 22‑се Бөтә донъя конгресының ойоштороу ком‑ты рәйесе (Истанбул, 1951), Ҡазан ун‑ты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте (1913), Фин‑уғыр йәмғиәте (Финляндия, 1937), Көнсығыш илдәрен өйрәнеү б‑са немец йәмғиәте (Германия, 1938), И.Хаммер‑Пуршталь ис. Австрия фәнни йәмғиәте (1955 й. тирәһе) ағзаһы. Иран Мәғариф министрлығының 1‑се дәрәжә алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән (1951). 1992 й. БР‑ҙың Милли китапханаһына В. исеме бирелә, 1993 й. Көҙәндә Вәлиди Ә.З. музейы асыла, БР‑ҙа уның хөрмәтенә 2 премия, йәмәғәт фонды булдырыла. Баймаҡ, Ишембай, Сибай, Өфө, Тарсус (Төркиә), Ташкент ҡҡ., Көҙән а., Баймаҡ р‑ны Темәс а. урамдарға В. исеме бирелгән. В. Баймаҡта, С.‑Петербургта, Сибайҙа, Көҙәндә һәм Темәстә һәйкәлдәр; Өфөлә (Милли китапхана корпустарының береһендә һәм элекке “Ғосмания” мәҙрәсәһе бинаһында) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 2008 й. С.‑Петербург дәүләт ун‑тының шәреҡ ф‑тында В. ис. Төрки халыҡтарҙы өйрәнеү үҙәге асыла. 1992 й. алып БДУ‑ла Вәлиди уҡыуҙары үткәрелә.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Хәтирәләр. Төркөстан һәм башҡа Көнсығыш төркиҙәрҙең милли булмыш һәм культура өсөн көрәше. Өфө, 1996; Башҡорттарҙың тарихы. Өфө, 2005; Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточ‑ ных мусульман‑тюрков за национальное бытие и сохранение культуры: в 2 кн. Уфа, 1994— 1998; Воспоминания. Борьба мусульман Туркестана и других восточных тюрок за нацио‑ нальное существование и культуру. М., 1997; Не сочтите за пророчество... Письма, обраще‑ ния, выступления. Уфа, 1998; Из истории российской эмиграции: письма А.З.Валидова и М.Чокаева: 1924—1932 гг. М., 1999; История башкир. Уфа, 2010; Bugünkü Türkili (Türkistan) ve yakin tarihi. Cilt 1. Ìstanbul, 1947; Hatiralar: Türkistan ve diğer Müsülman Doğu Türklerinin millî varlik ve kültür mücadeleleri. Ìstanbul, 1969; Umumî Türk tarihine giriş. 3. baski. Ìstanbul, 1981; Tarihte usul. 4. baski. Ìstanbul, 1985; Başkuritlarin Tarihi. Ìstanbul, 2003.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ. Әхмәтзәки Вәлиди Туған: тарихи‑биографик кит. Өфө, 2000; А.А.Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов: в 2 ч. Уфа, 2005—2010; Кульшарипов М.М. З.Валидов и образование Башкирской Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). Уфа, 1992; Байкара Т. Заки Валиди Тоган. Уфа, 1998; Юлдашбаев А.М. Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников). Уфа, 2000; Салихов А.Г. Научная деятельность А.Валидова в России. Уфа, 2001; Кульшарипо в М.М., Юлдашбаев А.М. Заки Валиди как политик и учёный‑востоковед. Уфа, 2010.

 

Ә.М.Юлдашбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.09.2023