Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ

Просмотров: 1253

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ, тотош мөхиттәр механикаһының төрлө физик шарттарҙа газ, шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге мөхит ҡатышмаларының макроскопик хәрәкәтен өйрәнә торған бүлеге. Күп фазалы (оҡшаш булмаған йәки гетероген) системалар — тороштары макроскопик эффекттарға һәм структура параметрҙарына бәйле булған тәбиғи һәм яһалма сығышлы макроскопик объекттарҙың концептуаль бирелеше. Күп фазалыҡҡа фазаларға бүленеү сиктәре хас, уларҙың үҙенсәлектәре системаның динамик торошон билдәләй (ҡара: Дисперслы системалар). Күп фазалы системаларға аэрозолдәр, суспензиялар, эмульсиялар, газ ҡыуыҡсалары булған шыйыҡлыҡтар, композицион материалдар, шыйыҡлыҡ һәм (йәки) газ м‑н туйындырылған күҙәүле мөхиттәр (грунттар) инә. К.ф.с.м. матем. моделдәре тотош мөхиттәр механикаһы аксиоматикаһына һәм гипотезаларға нигеҙләнгән: ҡатышма эсендәге төрлөлөктөң үлсәмдәре молекуляр‑кинетик үлсәмдәрҙән ярайһы ғына ҙур һәм ҡатышманың уртасалаштырылған параметрҙары ун тапҡыр артығыраҡ үҙгәрә торған алыҫлыҡтарҙан күп тапҡыр бәләкәйерәк. Башҡортостанда К.ф.с.м. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Механика ин‑тында, БДУ‑ла (ш. иҫ. Бөрө һәм Стәрлетамаҡ филиалдарында), ИПТЭР‑ҙа, ИНХП‑ла алып барыла. Күп фазалы мөхиттәр механикаһының фундаменталь нигеҙҙәре Р.И.Ниғмәтуллиндың хеҙмәттәрендә һалынған: күп фазалы юғары тиҙлекле континуумды тасуирлау өсөн арауыҡлы уртасалаштырыу нигеҙендә К.ф.с.м. матем. яҡтан нигеҙләнгән тигеҙләмәләре табыла һәм күп фазалы тәьҫир итешеүҙе характерлаған физик дәүмәлдәрҙең йыйылмаһы айырып алына. Ниғмәтуллин тарафынан Ә.Ә.Ғөбәй- ҙуллин, Н.Ә.Ғүмәров, Ә.Ғ.Ҡотошов, В.Ш.Шаһапов м‑н берлектә күп фазалы йылылыҡ алмашыныуының ҡыуыҡлы мөхиттәрҙә акустик болартыуҙар һәм бәрмә тулҡындар таралыу характерына тәьҫир итеүе мәсьәләләре комплексы хәл ителә, томан эсендә тулҡындарҙың көсәйеүе һәм тауыштың нормаль булмаған рәүештә таралыу эффекттары теоретик яҡтан нигеҙләнә; Шаһапов, Г.Г.Валявин һ.б. м‑н берлектә яйлатып кокслау ҡулайламаһындағы торба һымаҡ мейестең матем. моделе эшләнә; И.Ш.Әхәтов м‑н күҙәүле һәм онтаҡ рәүешендәге шартлаусан матдәләрҙең конвекцион яныу теорияһы һәм гетероген мөхиттәрҙә детонация тулҡындарының структураһы тикшерелә. Моно- һәм полидисперслы газ өйөрөлмәләрендә һәм ҡыуыҡлы шыйыҡлыҡтарҙа тулҡындарҙың модуляция тотороҡлолоғо һәм тәьҫир итешеүенең асимптотик теорияһы төҙөлә (Ғүмәров), интенсив акустик ҡырҙар тәьҫире һөҙөмтәһендә ҡыуыҡлы кластерҙарҙың үҙенән‑үҙе тәртипкә һалыныуының матем. моделе эшләнә (Әхәтов). Ҡаты есемдәрҙә бәрмә тулҡындарҙың таралыуын тикшереү нигеҙендә Н.Х.Әхмәҙиев, Н.А.Әхмәтова һәм Р.Х.Болотнова тарафынан төрлө алымдар м‑н импульслы йөкләндереү ваҡытында материалдарҙың ярылып емерелеүе шарттары билдәләнә; С.Ф.Урманчеев һәм Ғөбәйҙуллин тарафынан туйынған күҙәүле мөхиттәрҙә баҫымдың һәм бәрмә тулҡындарҙың таралыу теорияһы үҫтерелә, дисперсия бәйләнештәре табыла, беренсе һәм икенсе төр тулҡындарҙың таралыу тиҙлектәре иҫәпләнә (айырып әйткәндә, Френель‑Био теорияһына ярашлы рәүештә), газ, шыйыҡлыҡ һәм газ ҡыуыҡлы шыйыҡлыҡ м‑н һуғарылған ҡыуыҡлы мөхиттәрҙә тулҡынлы ағымдарҙың законлыҡтары (С.В.Лукин м‑н берлектә) билдәләнә, фаза‑ара тәьҫир итешеү көстәренең беренсе һәм икенсе төр тулҡындар эволюцияһына тәьҫир итеүе тикшерелә һәм уларҙың һүрелеү механизмындағы айырмалары тасуирлана. Шаһапов тарафынан нефть һәм газ ҡатламдарының забой алды зоналарын акустик зонд м‑н тикшереүҙең теоретик нигеҙҙәре төҙөлә; Донъя океаны төбөндә ятҡан газгидрат массивтары составынан углеводород сеймалын айырып алыуҙың технологик схемалары тикшерелә; ул И.К.Ғималетдинов, М.Н.Ғәлимйәнов, Н.К.Вәхитова м‑н берлектә химик яҡтан актив газдар ҡатышмаһы ингән ҡыуыҡлы шыйыҡлыҡтарҙа детонацияланыу тулҡындарының барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы механизмын билдәләй, И.М.Баянов м‑н берлектә ике фазалы углеводород ҡалдыҡтарын атмосфераға залп рәүешендә сығарып ташлау һөҙөмтәһендә шартлау һәм янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәләләр циклын хәл итә. Микроканалдарҙа һәм ҡатмарлы капилляр структураларҙа юғары концентрациялы, кире йүнәлештәге һыу‑нефть эмульсиялары ағымдарын тикшергәндә Ә.Т.Әхмәтов А.Г.Телин м‑н бергә тәүгеләрҙән булып микроканалдарҙа шыйыҡлыҡ– шыйыҡлыҡ дисперсияһын (бер шыйыҡлыҡтың икенсеһе эсендәге микротамсылары) ҡулланыуҙы ҡырҡа (ун мең тапҡыр) кәметеүгә килтергән динамик бикләнеү эффектын аса; был эффект нефть табыуҙағы ағым йүнәлешен үҙгәрткән технологияларҙы эшләү өсөн яңы принциптарҙы индерергә мөмкинлек бирә; Әхмәтов К.М.Фёдоров м‑н берлектә нефть ҡатламдарына мицелляр‑полимерлы һыу ебәргәндә күп фазалы фильтрлауҙы тикшерә. Күп фазалы һәм күп компонентлы системаларҙың үҙ‑ара, ш. иҫ. углеводородтары булған күҙәүле мөхиттәрҙең электромагнит ҡыры м‑н, тәьҫир итешеү теорияһы төҙөлә; йылылыҡ‑масса күсереү процестарын көсәйтеү һәм йәбешкәклеге юғары углеводородтарҙы юғары һәм айырыуса юғары йышлыҡтағы электромагнит нурланышын файҙаланып айырып алыу принциптары (А.Д.Ғәлимбәков, Л.А.Ковалёва, Ф.Л.Сәйәхов, И.Л.Хәбибуллин) уйлап табыла. Изотермик булмаған күп фазалы (фазалары күсеп торған) фильтрлауҙың матем. моделдәре, эксперименталь һәм промысла тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәрен дөйөмләштереү нигеҙендә нефть промыслаһы мәсьәләләрен хәл итеү методикалары табыла (Р.А.Вәлиуллин, А.Ш.Рамаҙанов, Р.Ф.Шәрәфетдинов).

Әҙәб.: Нигматуллин Р.И. Основы механики гетерогенных сред. М., 1978; шул уҡ. Динамика многофазных сред: в 2 ч. М., 1987.

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: