Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕХАНИКА

Просмотров: 1097

МЕХАНИКА (гр. mēhanikēј — машиналар эшләү‑етештереү оҫталығы), матди есемдәрҙең механик хәрәкәт итеүе һәм төрлө физик ҡырҙар м‑н тәьҫир итешеүе т‑дағы фән. Механик хәрәкәт — есемдәрҙең йәки уларҙың өлөшсәләренең арауыҡтағы торошоноң үҙгәреүе. Классик М. матди есемдәр өсөн булған Ньютон закондарына нигеҙләнә, хәҙ. М. бөтә билдәле булған физик законлылыҡтарҙы файҙалана. Түбәндәге бүлектәргә айыралар: материаль нөктә системаларының, ҡаты есемдәрҙең ирекле һәм бәйләнештәр м‑н сикләнгән хәрәкәтен өйрәнеүсе теоретик М.; ғәмәли М.; тотош мөхиттәр механикаһы. М. төп бурыстары — тәбиғәт күренештәрен һәм технологик процестарҙы тасуирлай торған теоретик моделдәр эшләү; механик система тәбиғәтен сифат һәм һан б‑са ҡылыҡһырлау; конструкцияның оптималь вариантын һайлап алыу, уның м‑н идара итеү. М. тикшеренеүҙәр механик, оптик, электр һ.б. физик ысулдар һәм приборҙар (аэродинамик көпшәләр, бәрмә торбалар, һыу аҫты һәм һыу өҫтө каналдары, реакторҙар, шартлатыу өсөн павильондар һәм полигондар һ.б.) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда М. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. башлап үҫеш ала һәм һуғыш йылдарында төбәккә эвакуацияланған Украин ССР‑ы ФА‑ның, эре машиналар эшләү һәм авиация пр‑тиеларының эшенә, яңы юғары уҡыу йорттары асылыуға бәйле. 1985 й. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында О.Ә.Ҡайбышев етәкс. — композицион материалдар, көслө пластик деформациялау ваҡытында металдарҙың ҡылыҡтары үҙгәреүе, 1992 й. алып Механика институтында Р.Р.Мәүлитов етәкс. күп фазалы һәм күп компонентлы мөхиттәрҙең ғәмәли мәсьәләләре, конструкция элементтарында көсөргәнештең тупланыуы, һыҙыҡлы булмаған техник системаларҙа идара итеү теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Ғәмәли М. юғары уҡыу йорттарында (теоретик М., материалдарҙың ҡаршылығы, ғәмәли матем., теоретик физика, гидравлика, машиналар һәм механизмдар теорияһы каф.), ғилми‑тикшеренеү лаб., КБ‑ларҙа үҫешә. Р.И.Ниғмәтуллин — күп фазалы һәм күп компонентлы мөхиттәр М. (гетероген системаларҙағы бәрмә‑тулҡынлы һәм детонация процестары, пар‑газ ҡыуыҡсаларын һәм ҡыуыҡлы системаларҙы баҫым тулҡыны йоғонтоһонда үтә ныҡ ҡыҫыу теорияһының үҫеше); М.Ә.Илһамов — аэро‑ һәм гидроһығылмалылыҡты (деформациялана торған ҡаты есемдең механикаһы, көплөктәрҙең һығылмалылығы проблемалары һ.б.); Б.Ғ.Ильясов — техника һәм соц.‑иҡт. системаларҙа идара итеү проблемаларын (авиация двигателдәре м‑н идара итеү); В.Ш.Шаһапов күп фазалы мөхиттәрҙең физик‑химик гидродинамикаһын (газ‑тамсы хәлендәге ташландыҡтар эргәһендәге һыҙыҡлы булмаған, детонация тулҡынлы процестар һәм фаза күсеүе, атмосфера күренештәре м‑н барған фильтрлау) өйрәнеү б‑са ғилми мәктәптәр ойоштора.

С.В.Хәбиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019