Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ

Просмотров: 1156

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ, механиканың һәм теоретик физиканың деформациялана торған  газ, шыйыҡ хәлдәге һәм ҡаты хәлдәге мөхиттәрҙең төрлө физик шарттарҙағы макроскопик хәрәкәтен өйрәнгән бүлеге. Фундаменталь материаль континуум төшөнсәһенә нигеҙләнгән бойондороҡһоҙ үҙ аксиоматикаһы бар. Мөхиттең эске хәле, хәрәкәте, энергия һәм йылылыҡ һ.б. тәьҫир итешеүенең төрлө  формалары өҙлөкһөҙ дифференциаль функциялар м‑н билдәләнә. Т.м.м. процестарының матем. моделдәре бүлендек сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр һ.б. нисбәттәр, мәҫ., матдәләрҙең хәле тигеҙләмәһе системалары, нигеҙендә төҙөлә. Т.м.м. мәсьәләләренең сығарылыштарын бирелгән сик һәм башланғыс шарттар өсөн табалар. Т.м.м. газ динамикаһының, гидроаэромеханиканың, плазма, күп фазалы системалар, ҡаты есем  механикаларының һ.б. нигеҙен формалаштыра. Башҡортостанда Т.м.м. йүнәлештәре б‑са тикшеренеүҙәр Механика институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Авиация техник университетында алып барыла. Газ динамикаһының, фильтрлау теорияһының, йылы үткәреүсәнлектең дифференциаль тигеҙләмәләрен төркөмләп анализлау И.Ш.Әхәтовтың, В.Ә.Байковтың, Р.Ҡ.Ғәзизовтың, Н.Х.Ибраһимовтың, С.В.Хәбировтың хеҙм. ҡаралған. Экстремаль хәл  ваҡытында пар‑газ ҡыуыҡсаһында матдә тупланыуы теорияһында ҙур ҡаҙаныштар яуланған: ҡыуыҡса үҙәгендә  үтә юғары т‑ра һәм баҫым алыу шарттары билдәләнгән; ҡыуыҡсаны һәм уның тирәһендәге шыйыҡлыҡты ҡыҫыу ваҡытында физик процестарҙың иерархияһын төҙөүсе 3 стадия булыуы иҫбатланған (Әхәтов, Р.И.Ниғмәтуллин, В.Ш.Шаһапов һ.б.). Термик йәбешкәклеге аномаль булған мөхиттәр гидродинамикаһының (В.Н.Киреев, С.Ф.Урманчеев), пластина һәм көплөктәрҙең газ, шыйыҡлыҡ, һығылмалы‑пластик тупраҡтар м‑н динамик тәьҫир итешеүе (М.Ә.Илһамов, Р.Ғ.Яҡупов), электромагнит ҡыры м‑н тәьҫир итешкән диэлектрик мөхиттәрҙең фильтрланыуы (Л.А.Ковалёва, Ф.Л.Сәйәхов, И.Л.Хәбибуллин) теорияһының нигеҙҙәре эшләнгән.

С.В.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: