Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы

Просмотров: 962

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы (6.3.1953, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). М.Ғ.Миһрановтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1976—79 йй. БДУ‑ла ВЛКСМ ком‑ты секретары урынбаҫары, 1982 й. алып Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалында, 1985 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең физика бүлегендә (1991 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1993 й. — Механика ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. 1998 й. алып БДПУ‑ла (2011 й. тиклем теоретик физика каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2000 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге релятив космология, физик экология, шыйыҡ кристалдарҙы тикшереү, матем. физикаға арналған. М. тарафынан Рэлей—Бенар мәсьәләләрен, шыйыҡ кристалдарҙа электр‑гидродинамик тотороҡһоҙлоҡто тикшереү өсөн дөйөмләштерелгән термодинамик потенциал тәҡдим ителгән, диссипатив ҡатламдарҙың структураһын һәм ҡылыҡтарын тасуирлаған Ляпунов функционалы табылған; тышҡы электр һәм йылылыҡ ҡырҙарында һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр системалары төркөмләп анализланған; Эйнштейндың скаляр‑ҡыр теорияһында һәм ҡылдар теорияһына ҡарата ҡушымтаһы булған Бранс—Дикке теорияларында әйләнеүсе асимптотик сиселештәр һ.б. тәҡдим ителгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гидродинамические флуктуации и диссипативные структуры в жидких кристаллах. Уфа, 1996; Неравновесные явления и автоволны в нематических жидких кристаллах. Уфа, 1997 (авторҙ.). 

Р.М.Вәхитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019