Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИКРОПРОЦЕССОР

Просмотров: 848

МИКРОПРОЦЕССОР, бер йәки бер нисә ҙур интеграль схема рәүешендәге үҙ аллы йәки электрон хисаплау машинаһы составына ингән мәғлүмәт эшкәртеү һәм тапшырыу ҡоролмаһы. Универсаль һәм махсуслаштырылған, схема һәм микропрограмма м‑н идара ителгән, секциялы һәм бер кристаллы М. айыралар. Арифметик һәм логик операцияларҙы башҡара, иҫәпләү процесы м‑н идара итә, перифериялағы ҡоролмаларҙың эшен көйләй. Мәғлүмәтте эшкәртеүсе техник сараларҙың хаҡын һәм үлсәмдәрен кәметергә, уларҙың эшләү тиҙлеген арттырырға, энергия тотоноуын кәметергә мөмкинлек бирә. Элемтә техникаһында, йыһан аппараттарына идара итеү системаларында, технология һәм контроль‑һынау ҡорамалдарында, транспорт сараларында, көнкүреш приборҙарында һ.б. ҡулланыла. Микропроцессор техникаһын роботтар, сәғәт м‑н программалаштырып идара ителә торған ҡорамалдар һ.б. эшләүҙә файҙаланалар. Башҡортостанда М. 20 б. 80‑се йй. алып махсус техника (осоу, авиация энергия установкаһы һ.б. м‑н идара итеү системалары) сығарған пр‑тиеларҙа, ӨДАТУ‑ла уйлап табыуҙарҙа (робототехника системалары, мед. приборҙары) һ.б. ҡулланыла. 2002—05 йй. ӨПЭПБ‑ла (Е.А.Зимов етәкс.) М. файҙаланып, нефть сығарыу технология процесы өсөн автоматлаштырылған идара итеү системаларының контроллёр ҡорамалы эшләнгән, МК‑300, МК‑400 сериялы контроллёрҙар уйлап табылған һәм производствоға индерелгән. 2003 й. “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһында (И.Н.Таназлы, А.А.Чепайкин, Р.Ғ.Юнысов, Ф.Ш.Әбсәләмов) М. нигеҙендә металл иретеү технологияһы процесы өсөн автоматлаштырылған идара итеү комплексы, РФ пр‑тиеларында индерелгән технология процестарын автоматлаштырыу өсөн программаторҙар эшләнгән. 2007 й. ӨДАТУ‑ла нигеҙен етештереүсәнлеге секундына 20 трлн операция булған 532 дүрт ядролы 5345 серияһындағы Intel Xeon М. базаһындағы 266 IBM blade‑серверы тәшкил иткән суперкомпьютер эшләтеп ебәрелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡан анализаторҙары, Магнитофон.

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: