Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ

Просмотров: 1432

ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәр ғаиләһенә ҡараған ҡәрҙәш телдәр төркөмө. Ҡ.т. башлыса Евразияла таралған. Донъяла һөйләшеүселәр һаны 20 млн ашыу кеше (1989). К.М.Мусаев һ.б. ҡайһы бер ғалимдарҙың фаразлауы б‑са, ҡыпсаҡ тәү теле б.э.т. 10 б. барлыҡҡа килгән; б.э. 2 б. алып уның ареаль төрҙәре формалаша; 7—18 бб. айырым төркөмдәргә бүленеүе һәм специфик үҙенсәлектәренең формалашыуы күҙәтелә; 19—20 бб. хәҙ. Ҡ.т. барлыҡҡа килә, был телдәргә фонетик, морфологик һәм синтаксик кимәлдәрҙә типологик яҡынлыҡ хас була. Фонетикала 9 ҡыҫҡа һуҙынҡы булыуы, һүҙ башында һаңғырау шартлаулы тартынҡыларҙың өҫтөнлөк итеүе; морфологик төҙөлөшлө алломорфтарҙың күп һанлы булыуы, ‑ай аффикслы теләк-ниәт һөйкәлешенең таралған булыуы м‑н характерлана; синтаксиста ‑ған рәүешендәге ҡылымлы конструкциялар тибы күҙәтелә.

Ҡ.т. 4 төркөмсәгә бүленә: көнсығыш (алтай теле, ҡырғыҙ теле), көнбайыш (ҡараим теле, ҡарасай-балҡар теле, ҡырым татарҙары теле, ҡумыҡ теле һ.б.), төньяҡ (башҡорт теле, татар теле) һәм үҙәк (ҡаҙаҡ теле, ҡарағалпаҡ теле, нуғай теле һ.б.).

БР‑ҙа йәшәүселәр башҡорт (1 млн яҡын кеше), татар (1 млн ашыу кеше), ҡаҙаҡ (4 меңдән ашыу кеше), ҡумыҡ (яҡынса 80 кеше), ҡарағалпаҡ (яҡынса 50 кеше) һ.б. телдәрҙе белә (2010). БР уҡыу йорттарында башҡ. һәм татар телдәре уҡытыла, белгестәр әҙерләнә. БР ғалимдары тарафынан Ҡ.т. сағыштырма‑тарихи (ҡара: Сағыштырма-тарихи тел ғилеме) һәм сағыштырма (ҡара: Сағыштырма тел ғилеме) планда тикшерелә; дәреслектәр һәм һүҙлектәр нәшер ителә.

Әҙәб.: Гарипов Т.М. Кыпчакские языки Урало-Поволжья. М., 1979; Шайхулов А.Г. Лексические взаимосвязи кыпчакских языков Урало-Поволжья в свете их историко-культурной общности (аспекты системно-идеографической характеристики на общетюркском фоне). Уфа, 1999.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: