Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҢҒЫ

Просмотров: 915

САҢҒЫ, башҡорттарҙа традиционҡышҡы йөрөү сараһы. С. төп төрҙәре: ҡалтағай һәм боҫҡаҡлы С. Ҡалтағай башлыса көндәлек тормошта, һунарҙа (ҡыш башында йә иртә яҙҙа ҡаты ҡар өҫтөнән йөрөү өсөн) файҙаланылған. Һунар ҡалтағайҙары бер ни тиклем киңерәк һәм оҙонораҡ эшләнгән, алдан элмәкле тишек (уға тапалған юлдан, тауҙан тарттыра биреп төшөү өсөн бау бәйләнгән) уйылған. Өс арҡыры һайғау м‑н ҡуша бәйләнгән ҡалтағайҙар сана итеп тә файҙаланылған. Боҫҡаҡлы С., нигеҙҙә, һунарҙа ҡулланылған, таулы-урманлы төбәктәрҙә киң таралған. Уларҙы әҙерләгәндә С. аҫтына йөнө артҡа ҡарай һыпырылған тире (ҡоралай, болан, йылҡы тиреһе һ.б.) беркеткәндәр.Тирене төрлө ысул м‑н нығытҡандар: ҡайыш ярҙамында тарттырып ҡуйғандар, ваҡ ҡаҙаҡтар м‑н ҡаҡҡандар, йә әсегән йылҡы ҡаны м‑н йәбештергәндәр. С. муйыл, ҡарағай, йыла, йүкә, уҫаҡ һ.б. ағастан әҙерләгәндәр. Алғы өлөшөн башта эҫе һыуҙа ебетеп, ҡалып ярҙамында бөккәндәр.С. урта өлөшөндә табан ҡуйыр өсөн бәләкәй генә ҡалҡыу урын ҡалдырылған, ҡайһы саҡта уны аяҡ кейеме табаны формаһында эшләп, ҡайыш беркетер өсөн тишек өңгәндәр. Беркеткестәрҙең төрлө төрҙәре ҡулланылған: аяҡ кейемен ал яҡтан эләктереү өсөн элмәк, алғы яғын һәм үксәһен ике яҡтан бәйләр өсөн баулы элмәк, махсус таяҡсалы һ.б. Элмәктәр ҡайыштан, ат ҡылынан, һалабаштан, йүкәнән әҙерләнгән. С. йөрөүҙе еңеләйтер өсөн (ҡуҙғалып китеү, туҡтау) саңғы таяғы, һунар көрәге йә аҫҡы яғы ҡалын таяҡ ҡулланғандар.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: