ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ
ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың ер өҫтөндә (артмаҡлы‑менге транспорт, егеүле транспорт, саңғы һ.б.) һәм һыуҙа йөрөү саралары булған. Традицион Й.с. үҫешендә бер нисә этап айырыла: тәүгеһе Көньяҡ Уралдағы һунар, балыҡсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән боронғо ҡәбиләләрҙең хужалыҡ‑мәҙәни тибына (йөк ташыу өсөн төрлө яйланмалар, саңғы, һөйрәтке, һал, соҡоп яһалған кәмәләр ҡулланылған), артабанғы этаптар иртә тимер быуаттағы малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күсмә ҡәбиләләр (көймәле арба, һөйрәткеле һәм артмаҡлы‑менге транспорт, сана; ҡара: Күсмә тормош), төрки ҡәбиләләр (ҡаты материалдан эшләнгән эйәр, тәгәрмәсле еңел арбалар, дуғалы‑тәртәле егеү кәрәк‑ярағы) мәҙәниәтенә, һуңғы этап Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һәм башҡорттарҙың ултыраҡ тормошҡа күсеүенә (тәгәрмәсле‑атлы транспорт, ағас кәмәләр һәм борамдар) бәйле була. 20 б. автомобиль транспорты, тимер юл транспорты, һауа транспорты, йылға транспорты һ.б. үҫеш ала, ш. уҡ ваҡытта хужалыҡта традицион егеүле, артмаҡлы‑менге һәм һыу транспортының төрлө сараларын яһау һәм ҡулланыу дауам итә.
М.Ғ.Муллағолов
Тәрж. М.В.Хәкимова