Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАСТЫРҘАР

Просмотров: 1660

МОНАСТЫРҘАР (гр. monastēјrion — аулаҡ урын, дәрүиш хөжрәһе), буддизмда, христианлыҡта (православиела һәм католицизмда) берҙәм йәшәү ҡағиҙәләрен (устав) ҡабул иткән монахтар (ир-егеттәр М.) йә монахинялар (ҡатын‑ҡыҙҙар М.) общиналары. Миссионерлыҡ эшмәкәрлеген алып баралар. Рәсәйҙә 11 б. барлыҡҡа килә. 1920 йй. бөтөрөлә. 90‑сы йй. башынан яңынан тергеҙелә.

Өфө өйәҙендә М. 16 б. 70‑се йй. аҙ. барлыҡҡа килә. Тәүҙә ир-егеттәр М. асыла: Сергий (1586 й. тирәһендә емерелгән), Успение ир-егеттәр монастыры (икеһе лә — Өфө), Вознесение пустыне. 17 б. 1‑се ярт. Өфөлә Христорождественский ҡатын-ҡыҙҙар М., Саллы а. Ҡазан Богородица М. һәм Минзәлә өйәҙенең Илбаҡты а. Рождественский ир-егеттәр М., Далмат Успение ир-егеттәр монастыры эшләй башлай. 18 б. аҙ. 1 М. (Далмат Успение ир-егеттәр М.) эшләй. 1800 й. секулярлаштырыу һөҙөмтәһендә ябылған Успение ир-егеттәр М. эшмәкәрлеген яңырта. 19 б. — 20 б. башында 17 М. һәм община (1917 й. 500‑гә яҡын монах һәм 1850 послушник йәшәй) барлыҡҡа килә, ш. иҫ. Алексеев ир-егеттәр монастыры, 1904 й. Стәрлетамаҡ ҡ. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Григорьевка һәм Борисовка аа. крәҫтиәндәренең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. 1917 й. 12 монах һәм послушнигы була. 20‑се йй. М. коммуна ойошторола, һуңынан емертелә; Владимир Богородица ир-егеттәр монастыры 1896 й. Бөрө өйәҙе Романовка а. Яков һәм Владимир исемле ҡарт монахтар тарафынан асыла, 1900 й. алып община, 1904 й. — М. Владимир Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә йорт (1901 й. төҙөлгән) һәм “Взыскание погибших” Богородица иконаһы хөрмәтенә таш (1903) сиркәүҙәре була. М. күп изгеләрҙең мәйет киҫәксәләре буялған тәре һаҡлана. 1917 й. яҡынса 40 монах һәм послушник иҫәпләнә, һуңынан емертелә. Беренсе настоятеле — игумен Мартиниан. Шулай уҡ ҡара: Богородица Одигитрия сыуаш ир- егеттәр монастыры, Златоуст Воскресение диндәш ир-егеттәр монастыры, Кама‑Берёзовка Богоро‑ дица ир-егеттәр монастыры. Ҡатын‑ҡыҙҙар М.: Владимир ҡатын-ҡыҙҙар монастыры 1901 й. Бәләбәй өйәҙе Каменка а. эргәһендә крәҫтиәндәр хәйриә итеп биргән ерҙә община итеп төҙөлә, 1906 й. бөлгөнлөккә төшә, 1907 й. Сергий Ҡырҡнарат М. бүлексәһе булараҡ тергеҙелә, 1911 й. үҙ аллы, 1916 й. алып 2 ҡатлы кирбес корпусы һәм бер нисә ағас ҡаралтыһы була; изге кенәз Владимир һәм “Плач Богоматери” иконалары һаҡлана. Яҡынса 120 монахиня иҫәпләнә. 20‑се йй. “Знамя” артеленә үҙгәртелә, 1930 й. ҡыйратыла, һуңынан емертелә; Покровка Эннатский ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры 1890—93 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Прасковьино а. эргәһендә (Федоровка р‑ны Дедов а. янында) алпауыт Эннатскийҙар ерендә һәм уларҙың аҡсаһына община булараҡ төҙөлә, 1898 й. алып М. 2 ҡорамы билдәле: Никольский (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Покров; 1894 й. төҙөлгән; ағастан) һәм Покров Божья Матерь соборы (1904 й.; таштан). 1917 й. 50 монахиня һәм 230 послушница иҫәпләнә, улар араһында ҡарт схимонахиня Зосима Эннатская ла була. 20‑се йй. башында ябыла һәм хеҙмәт коммунаһына үҙгәртелә. Таш соборы һаҡланған. Төрлө ваҡытта М. терр‑яһында колхоз йәштәре мәктәбе, а.х. мәктәбе, келәт, колония, балалар йорто, пионер лагеры урынлаша. 2000 й. М. ир-егеттәр М. итеп тергеҙелә, 2004 й. Николай Чудотворец хөрмәтенә йорт сиркәүе асыла, 2005 й. алып таш соборҙы реставрациялау эштәре алып барыла; Сергий ҡатын‑ҡыҙҙар мо‑ настыры 1906 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡнарат а. эргәһендә игумен Арсений тарафынан община булараҡ асыла, 1909 й. алып М. Преподобный Сергий Радонежский хөрмәтенә приделы (1916 й. изгеләндерелә), изге кенәз Владимир хөрмәтенә ағас сиркәүе була, алпауыт С.А. Кириллов аҡсаһына төҙөлә. 1917 й. 36 монахиня һәм 101 послушница иҫәпләнә. 20‑се йй. башында М. “Сергиевская” артеле, хеҙмәт коммунаһы урынлаша, 1929 й. ябыла, 50‑се йй. сиркәүе һүтелә, 90‑сы йй. емертелә; Троица ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры 1857 й. Бөрө ҡ. сауҙагәр Т.Ромаднин һәм общинаға нигеҙ һалған А.Самойлова (монахлыҡта Виталия) тарафынан хәйергә бирелгән 3 ағас йортта община булараҡ асыла. 1874 й. общинаға Иоанн Предтеча зыярат сиркәүе тапшырыла, 1878 й. алып М. 2 ҡорамы була: Изге Троица хөрмәтенә (Иоанн Предтеча һәм “Скоропослушница” иконаһы хөрмәтенә приделдары м‑н) таштан һәм, фаразланыуынса, Терелтеүсе Раббы Тәреһе хөрмәтенә йорт ҡорамы, кирбес һәм ағас корпустары, шулай уҡ Бөрөлә һәм Бөрө өйәҙендә бер нисә йорт хужалығы була. М. эргәһендә мәктәп эшләй. 1917 й. 100‑гә яҡын монахиня һәм 140 послушница иҫәпләнә. М. терр‑яһында блаженная Павла Бирская, ҡарт монах Косма Бирский һ.б. ерләнгән. 1924 й. ябыла һәм өлөшләтә емертелә. Билдәле булған настоятельницалары: игуменьялар Маргарита, Феофания (1923 й. тиклем). Шулай уҡ ҡара: Благове‑ щение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, Георгий ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, Илья пәйғәмбәр ҡатын‑ҡыҙҙар мо‑ настыры. М. эргәһендә 20‑нән ашыу ҡорам эшләй, уларҙа боронғо иконалар, монаят, иҫке китаптар һ.б. һаҡлана. М. хужалыҡ (6 мең дисәтинә ер, мал‑тыуар, тирмәндәр, 20‑нән артыҡ һөнәрселек оҫтаханаһы һ.б.), миссионерлыҡ һәм дини‑ағартыу (мәктәптәр, 4 нәшриәт), хәйриә эшмәкәрлеге (ҡарттар һәм етем балалар өсөн приюттар), сиркәү‑көнкүреш художество сәнғәте (4 иконалар яҙыу, алтын еп м‑н сигеү, алтын ялатыу, келәм һуғыу оҫтаханалары) үҙәктәре булып торған. 1918—21 йй. М. милке национализациялана, 1930 й. М. ябыла, күп кенә монахтар репрессиялана. 1993 й. Крестовоздвижение сиркәүе эргәһендә шул уҡ ис. ҡатын‑ҡыҙҙар М. асыла. 1994 й. Өфө епархияһында 18 монах һәм 23 монахиня иҫәпләнә. 8 М. эшләй (2013). Шулай уҡ ҡара: Монахлыҡ.

Әҙәб.: Монастыри Уфимской епархии // Памятная книжка Уфимской губернии. Ч.2. Уфа, 1873; С е р г е е в Ю.Н. Церковно-монастырское землевладение в Башкирии (конец XVI —середина XVIII вв.) //Социально‑экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в. Уфа, 1992.

П.В.Егоров, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: