Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИКРОСКОП

Просмотров: 1088

МИКРОСКОП (микро... һәм гр. skopeјо — ҡарайым), ябай күҙгә күренмәгән объекттарҙың ҙурайтылған һүрәтләнешен алыу өсөн тәғәйенләнгән прибор. Микрообъекттарҙың формаһын, үлсәмдәрен, структураһын һ.б. үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Тәғәйенләнеше б‑са — биол., металлография, поляризацион, үлсәгес, интерференцион һ.б., эшләү принцибы б‑са оптик һәм электрон (үтә күрһәтеүсе, растрлы, туннель) М. айыралар. Ген инженерияһында, биологияла, медицинала, ҡаты есемдәр физикаһында һ.б. микроструктураларҙы тикшереү өсөн файҙаланыла. Башҡорт дәүләт университетында 1999 й. Р.З.Бәхтизин етәкс. сканирлаусы зонд микроскопияһы үҙәге төҙөлә, унда ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө һәм наноүлсәмле системалар, төрлө көпләүҙәр, йоҡа плёнкалар, полимерҙар һәм наноструктур материалдар һ.б. тикшерелә, фән ҡаҙаныштарын талап иткән технологиялар, ш. иҫ. нанотехнологиялар, эшләнә. Үҙәк сканирлаусы туннель микроскоптары: атом‑көслө күп модалы SOLVER P‑47 M. (һауала, шыйыҡ хәлдәге һ.б. мөхиттәрҙә эшләй ала) һәм ҡатнаш айырыуса юғары вакуумлы GPI‑300 M., зондлы “NTEGRA” нанолабораторияһы һ.б. м‑н йыһазландырылған. Айырыуса юғары вакуум шарттарында атомдарҙың һүрәтләнешендә ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө, ярым үткәргестәрҙең атомар‑таҙа йөҙөндә металдар адсорбцияһының һәм өҫкө йөҙ реакцияларының башланғыс стадиялары, адсорбирланған плёнкаларҙа фазалар күсеүе, фуллерендар һәм нанокөпшәләр, гетероструктуралар һәм юғары рәшәткәләр, ярым үткәргес плёнкаларҙың эпитаксиаль йүнәлештә үҫеүе, квант наноструктураларының үҙ аллы ойошоу, үҫеү һәм формалашыу эффекттары тикшерелә (Бәхтизин һ.б.). Матик булмаған шыйыҡ кристалдарҙың наномолекуляр ҡатламдарында топологик дефекттарҙың үҙ аллы формалашыу процестары өйрәнелә, 2,2 нм ҡалынлыҡтағы смектик моноҡатламдың барлыҡҡа килеүе асыла һ.б. (А.Н.Чувыров, Ф.М.Ғирфанова һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Туннель эффекты, Электрон микроскопия.

Ю.М.Йомағужин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019