Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙ

Просмотров: 1187

МАЙ, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Башҡорттар М. ҡаймаҡтан яһай, ш. уҡ, башлыса үҙәк, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа, ҡаймаҡ һәм ойотолған һөт ҡатышмаһынан аҡ төҫтәге күбек М. эшләйҙәр. Һөттө бот күнәктә (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы) йәки ағас гөбөләрҙә (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы) махсус бешкәк ярҙамында йәки эсендә әйләнеп торған әүернә булған бәләкәй мискәләрҙә бешәләр. М. әҙер булғас, уны, ғәҙәттә, йомарлап, һалҡын урынға ҡуялар, ҡайһы берҙә тоҙлайҙар. Оҙаҡ һаҡланһын өсөн уны иретәләр. М. шул килеш ашайҙар йәки төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушалар, сөсө ҡамырға, бутҡаға, итһеҙ ашҡа һалалар. М. бал (баллы май), емеш‑еләк (еләкле май), йышыраҡ сейә (сейәле май), алма (алмалы май), үткәрелгән муйыл (муйыллы май) ҡушып, сәйгә татлы ризыҡ яһайҙар. Башҡорттар М. халыҡ медицинаһында файҙаланған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019