Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНОРАТ

Просмотров: 894

МИНОРАТ (лат. minor — кесе), милектең өлөшләтә йәки тулыһынса вариҫтарҙың кесеһенә күсеү формаһы. М. сәйәси власты һәм вазифаны вариҫлыҡҡа алыу м‑н бәйле түгел. Йола хоҡуғы нормалары б‑са, башҡорттарҙа кинйә ул ата-әсәһен тәрбиәләргә, кейәүгә сыҡмаған апай-һеңлеләрен ҡарарға, уларҙы мәһәр м‑н тәьмин итергә һәм туй үткәрергә бурыслы була. М. барлыҡҡа килеүе һәм нығыуы ғаилә общинаһының тарҡалыуы һәм уның иң күп таралған формаһы булған бәләкәй ғаиләнең (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре) барлыҡҡа килеүе м‑н аңлатыла. М. башлыса төрки-монгол халыҡтары араһында таралып, тарихи яҡтан майораттан һуң булған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: