Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕЙРОХИРУРГИЯ

Просмотров: 1531

НЕЙРОХИРУРГИЯ (нейро... һәм хирургия), медицинаның үҙәк һәм периферик нервы системаһы ауырыуҙарын һәм зарарланыуын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө физиатрия ғилми‑тикшеренеү ин‑тында Н.И.Савченко етәкс. һәм Өфө дауаханаларында эшләнә (В.А. Астраханский, Н.‑Ғ.Н.Байтирәков, М.В.Борисов, М.В.Вакуленко). 1941— 43 йй. нейротравмалары булған яралыларға махсус хирургик мед. ярҙамын 1019‑сы эвакогоспиталдә (ҡара: Эвакуация госпиталдәре) БДМИ‑ның (ҡара: Медицина университеты) һәм Өфөгә эвакуацияланған Нейрохирургия ҒТИ‑ның (Мәскәү) ғилми хеҙм‑рҙәре күрһәтә. БДМИ‑ла 50‑се йй. Н.Ф.Воробьёв етәкс. баш мейеһе һәм умыртҡалыҡ‑арҡа мейеһе травмалары өйрәнелә, уларҙы оператив дауалау ысулдары камиллаштырыла (С.П.Зыков, М.Р. Йәнекәева, А.И.Слободчикова), 60‑сы йй. арҡа мейеһе травмалары үткәргән ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙың этаплы системаһы эшләнә (К.Ғ. Вәлиева), үҙәк һәм периферик нервы системаһының травматик зарарланыуы, баш мейеһенең шештәре, балаларҙа нервы системаһының нәҫелдән килгән үҫеш кәмселеге проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 70—90‑сы йй. Вәлиева етәкс. умыртҡалыҡ‑арҡа мейеһе травмалары булған ауырыуҙарҙы нефтле ҡатламдарҙың көкөртлө һыуын файҙаланып өҙлөкһөҙ этаплы дауалау системаһы; 80‑се йй. уртаһынан Н.А. Борисова һәм Вәлиева етәкс. сирингомиелия, гидроцефалияны һ.б. хирургик дауалау ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. алып үҙәк нервы системаһы шештәре, периферик нервыларҙың травматик зарарланыуы өйрәнелә, төрлө этиологиялы гидроцефалияны (Ш.М. Сафин), баш мейеһе травмалары эҙемтәләрен (А.В.Антонов, Р.Ә. Вәлишин, А.У.Кинйәбулатов, Ә.Ф. Ҡурамшин, Ш.М.Сафин, В.А.Халиҡов), инсультты, нервы системаһының травматик зарарланыуын (Р.Р.Гәрәев, М.С. Мостафин, Р.Ф.Рафиҡов, Р.М. Рәхмәтуллин) хирургик дауалау ысулдары, баш мейеһе травмаһы ваҡытында балаларға махсус мед. ярҙамын ойоштороу (Р.Д.Кәүсәров, А.Ғ.Тимершин) камиллаштырыла. Ш.М.Сафин етәкс. баш мейеһенең ауыр травмаһы клиникаһы (Ә.Ғ.Сафина), гидроцефалия ваҡытында иммунологик үҙгәрештәр (А.Р.Фәйзуллин) өйрәнелә, хиаз‑маль‑селляр өлкәһендәге шештәрҙе трансназаль эндоскопик алып ташлау (И.М.Зәйетов), шунтлау операциялары ваҡытында өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү (А.В.Сафин) ысулдары эшләнә. 21 б. башынан Н. өлкәһендә респ. ғалимдарының фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: “Стереотаксис” нейронавигация ҡорамалын, ультратауыш, лазер технологияларын, микронейрохирургик ысулдарҙы ҡулланып, баш мейеһе шештәрен алып ташлау; артериаль аневризмалар һәм артериовеноз мальформациялар булғанда ҡыҫыу һәм эндоваскуляр операциялар яһау; умыртҡалыҡтың һәм арҡа мейеһенең төрлө бүлкәттәрендә травмалар булғанда имплантация системалары һ.б. ҡулланыу 2007 й. алып Респ. клиник дауаханаһы базаһында “Нейрохирургия” Респ. махсус мед. ярҙамы үҙәге эшләй. Халыҡҡа нейрохирургик ярҙам ш. уҡ Респ. балалар клиник дауаханаһында, ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, Өфөнөң 17‑се, 21‑се дауаханаларында, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. мед. учреждениеларында күрһәтелә.

Әҙәб.: Нейрохирургической службе Республики Башкортостан — 50 лет //Здравоохранение Башкортостана. 2000. №2. 

Ш.М.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: