Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКИТИН Валентин Викторович

Просмотров: 591

НИКИТИН Валентин Викторович (26.8.1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ының Чандрин утары — 21.12.2020, Өфө ҡ.), травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың (1983) һәм БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Күмертау ҡ. үҙәк дауаханаһында, 1962 й. башлап Өфө ҡ. 13‑сө клиник дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып БДМУ‑ла: 1982—2002 йй. дипломдан һуң белем биреү институты курсы менән травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1984—88 йй. уҡытыу‑тәрбиә эштәре буйынса проректор. Фәнни эшмәкәрлеге һөйәктәр һәм быуындарҙың зарарланыуын диагностикалау һәм хирургик дауалауға, автоһәләкәттәрҙә зыян күргәндәргә кисектергеһеҙ тәүге ярҙам күрһәтеүгә һәм этаплы дауалауға, республикала юл‑транспорт йәрәхәттәрен өйрәнеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында быуын һәм бәйләүестәр ауырыуҙарын, травмаларын дауалау ысулдары, остеосинтез өсөн яйланма һ.б. эшләнгән. БР травматологтары һәм ортопедтары ассоциацияһы президенты (1998 й. алып), вице‑президенты (2002 й. башлап).

 Х е ҙ м.: Иммуно‑физиологические аспекты клиники и хирургической тактики при повреждениях капсульно‑связочного аппарата: в 2 ч. Уфа, 1992 (авторҙ.); Патология системы скольжения при внутрисуставных переломах и пути ее коррекции. Уфа, 1996 (авторҙ.); Дефанотерапия нарушений осанки и сколиоза. Уфа, 1999 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023