Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 1022

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к һ е ҙ  б е р л ә ш м ә л ә р, молекулалар каркасында теүәл (С=С, С≡С) бәйләнештәр булған органик берләшмәләр. Теүәл бәйләнештәр характеры б‑са Т.б. икеләтә (олефиндар, циклоалкендар) һәм өсләтә (алкиндар, циклоалкиндар) бәйләнешле, теүәл бәйләнештәре һаны б‑са ике һәм унан күберәк икеләтә һәм (йәки) өсләтә (диен углеводородтары һ.б.) бәйләнешле углеводородтарға бүленә. Т.б. шулай уҡ уларҙың теүәл бәйләнештәр м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешкән функциональ урын алмаштырыусылары м‑н сығарылмалары ҡарай. Т.б. углеводород газдар, нефть составына инә. Төп Т.б. булып этилен, ацетилен һәм бутадиен тора. Т.б. реакцияларға юғары һәләтлелек, полярлашыу һәм теүәл бәйләнеш барлыҡҡа килгәндә сағыштырмаса түбән энергия м‑н характерлана. Электрофил (гидратация, галогенлау, гидрогалогенлау, алкиллаштырыу һ.б.) һәм радикал (водород, галоген һ.б. хәрәкәтсән атомдары м‑н берләшеү) ҡушылыу, ш. иҫ. теломерлашыу һәм полимерлашыу реакцияларына инә. Шулай уҡ нуклеофил ҡушылыу (алкилметалдар өсөн), циклоҡушылыу (Дильс‑Альдер реакциялары һ.б.) мөмкин. Т.б. башлыса пиролиз, каталитик крекинг һәм термик крекинг продукттарынан айыралар, ш. уҡ туйындырылған углеводородтарҙы дегидридлап, спирттарҙы дегидратациялап, галогенуглеводородтарҙы һ.б. дегидрогалогенлап алалар. Байтаҡ химик берләшмәләр производствоһында сеймал сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда Т.б. производствоһы өсөн сеймал базаһы булдырылған (этилен, пропилен, С4‑олефиндар, бутадиен, изопрен, винилхлорид һ.б.), органик синтез сәнәғәте һәм улар нигеҙендә полимерҙар алыу үҫешкән (ҡара: Мономерҙар, Нефтехимия синтезы, Олигомерҙар, Полиацетилен, Полиизобутилен, Полиизопрен, Полиолефиндар, Полипиперилен, Полипропилен, Полиэтилен, Сополимеризация, Терпендар).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: