Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОКТАН ҺАНЫ

Просмотров: 1180

ОКТАН ҺАНЫ, бензиндарҙың детонацияға сыҙамлылығының н‑гептан м‑н эталон ҡатнашмаһында изооктандың күләменә тигеҙ (%‑ҙа) булған үлсәме, ул бер цилиндрлы ғәҙәти двигатель шарттарында детонация сыҙамлылығы б‑са һыналған бензинға эквива‑ лент була. Изооктандың детонацияға сыҙам булыуы шартлы рәүештә 100 берәмеккә, гептандың — нулгә тигеҙ. Бензиндың детонацияға сыҙамлылығын баһалау УИТ‑65 ҡоролмаһында үткәрелә, уның төп элементы булып ҡыҫыу дәрәжәһе үҙгәргән бер цилиндрлы карбюратор двигателе тора. Билдәләүҙе мотор (двигателдең бөгөмлө валының әйләнеү йышлығы минутына 900 әйләнеш булған ҡаты режимда) һәм тикшеренеү (йышлыҡ минутына 600 әйләнеш булған йомшаҡ режимда) ысулдары м-н үткәрәләр. Ғәҙәттә, бензиндың тикшеренеү ысул м‑н билдәләнгән О.һ. мотор ысулы м-н билдәләнгән О.һ. юғарыраҡ, уларҙың айырмаһы двигателдең эшләү режимына яғыулыҡтың һиҙгерлеген күрһәтә. Башҡортостанда 1941 й. Өфө НЭЗ‑ында Һарытау НЭЗ‑ы продукцияһы диизобутиленды гидрирлау юлы м‑н изооктан сығарыу үҙләштерелгән. Б.В. һуғышы йылдарында СССР ФА‑ның Өфөгә эвакуацияланған Янар ҡаҙылмалар ин‑тында А.В.Фрост етәкс. түбән октанлы крекинг‑бензиндарҙы юғары О.һ. (89—90) булған авиация бензинына әйләндереү технологияһы уйлап табыла, ул илдә беренсе булып Өфө НЭЗ‑ында индерелгән. 1943 й. 411‑се пиролиз з‑ды (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) ҡулланылышҡа индерелә, унда авиация бензинының юғары октанлы компоненты сифатында файҙаланылған пиробензолды сығарыу башлана. 60‑сы йй. башлап ӨДНТУ‑ла түбәнәйтелгән күләмдәге ароматик (35%‑тан кәмерәк, ш. иҫ. бензол — 1%‑тан кәмерәк) һәм туйындырылмаған (18%‑тан кәмерәк) углеводородтар булған һәм бер үк ваҡытта тотороҡлолоғо һәм О.һ. арттырылған юғары октанлы этилланмаған бензин (АИ‑93, АИ‑95, АИ‑98) сығарыу технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (М.Ә.Таңатаров, К.Ғ.Әбделминев, А.Ф.Әхмәтов). БР‑ҙың нефть эшкәртеү заводтары О.һ. 80—98 булған бензин сығара.

Әҙәб.: Г у р е е в А.А., Ж а р о в Ю.М., С м и д о в и ч Е.В. Производство высокооктановых бензинов. М., 1981. 

К.Ғ.Әбделминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: