Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 1664

 

 

БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, сәскәләренән бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйған үҫемлек төрҙәре. Бал ҡорттары нектарҙарынан — бал, һеркәләренән һитә эшләй. Нектарҙы сәскәләрҙең таждарында, каса япрағында, сәскә төбөндә, емшән ситендә, һирәгерәк вегетатив ағзаларҙа (япраҡ ҡолаҡсынында, сәскә яны япрағында һ.б.) урынлашҡан нектарниктар бүлеп сығара. Сәскә бүлеп сығарған нектарҙың миҡдары үҫемлек төрөнә (йүкә, уймаҡ сәскә, ҡыҫыр сәскә, ҡыңғырау сәскә, үрмәғыуаҡ сәскәләрендә күп), сәскә үҫеше фазаһына (һеркәлек һәм емешлектәр үҫеше ваҡытында иң күбе) һәм үҫеү шарттарына (ҡоролоҡ һәм ямғырлы һауа торошо булғанда нектар продуктлылығы кәмей) һ.б. бәйле. 1 га тотош ултыртылған ағастарға күсереп иҫәпләгәндә, иң күп бал биреүсәнлек йүкәлә (1000 кг тиклем), боланутта (350‑гә тиклем), ҡандала үләнендә, йылан көпшәһендә (яҡынса 300), йылҡы борсағында (90—400). Б.ү. ботаник, хужалыҡ һ.б. билдәләр б‑са классификациялана. Систематик билдәгә нигеҙләнгән ботаник классификация б‑са Б.ү. өлөшө юғары (астра һымаҡтар, ирен һымаҡтар, ҡуҙаҡлылар һ.б.) һәм түбән (күрән һымаҡтар, ҡыяҡлылар һ.б. ел ярҙамында һеркәләнеүсе үҫемлектәр) булған ғаиләләр айырыла. Хужалыҡ билдәләре б‑са культуралы үҫемлектәр араһында баҫыу (клевер, ҡарабойҙай һ.б.), емеш-еләк (алмағас, ҡурай еләге һ.б.), йәшелсә һәм баҡса (ташҡабаҡ, һуған һ.б.), баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаты һәм парк (саған, селек һ.б.) һ.б. Б.ү. айырыла. Ҡырағай Б.ү. араһында урман (боланут, шыма ҡурай һ.б.), болон (кәрешкә, суҡмарбаш һ.б.), дала (ҡанүлән, майсыбыҡ һ.б.), рудераль (арыҫлан ҡойроғо, бәпембә, йылан көпшәһе һ.б.) Б.ү. айырыла. Сәскә атыу ваҡыты б‑са: яҙғы, төп йәйге, һуң йәйге һәм көҙгө дауам итеүсе. БР‑ҙа 50‑нән ашыу яҙғы Б.ү. (күп ҡыуаҡтар — күп миҡдарҙа һеркә барлыҡҡа килтереүсе 10‑дан ашыу тал төрө, айыу баланы, ҡарағат төрҙәре һәм күп йыллыҡ үләндәр — кәкүкбаш, һары умырзая төрҙәре һ.б.).100‑ҙән ашыу төр йәйге Б.ү. (ерек ҡураһы, йүкә, кәрешкә һ.б.) төп бал йыйыуҙы тәьмин итә. Яҡынса 30 төр һуң йәй һәм һуң көҙ Б.ү. (дегәнәк, терпекәй үлән, һыйырғолаҡ һ.б.) нектарҙы аҙ бүлеп сығара, бал йыйыуҙы дауам итеүҙе тәьмин итә. БР‑ҙа Б.ү. өйрәнеү 20 б. 2‑cе ярт. башлап алып барыла. 50‑се йй. Ботаника баҡсаһы (ҡара: Ботаника баҡса-институты) хеҙм‑ре Е.Н.Клобукова‑Алисова респ. 280‑дән ашыу Б.ү. асыҡлай, Биология институтында (Е.В.Кучеров) Б.ү. фенологик күҙәтеү үткәрелә. 60‑сы йй. Б.ү. Башҡорт ҡурсаулығында (Е.М.Петров), Урман тәжрибә станцияһында (М.Ә.Моратов, И.А.Ибраһимов һ.б.) өйрәнелә. 70—90‑сы йй. Б.ү. нектар продуктлылығын тикшереү — Биол. ин‑тында (Г.Х.Ғәлимова, С.М.Сираева һ.б.), умартасылыҡаҙыҡ базаһы б‑са — Аграр университетта (З.Р. Аҡъюлова, Й.Т.Шакиров һ.б.), урман Б.ү. б‑са Урман тәж. станцияһында (Ибраһимов, А.Е.Рябчинский һ.б.) үткәрелә. 90‑сы йй. аҙ. алып Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендәБ.ү. ресурстарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу ысулдары (Ә.М.Ишемғолов, Н.З.Ишемғолова һ.б.), БДАУ‑ҙа нектарлы йүкәлектәр булдырыу технологиялары (Р.Р.Солтанова, Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.) эшләнә, Шүлгәнташ ҡурсаулығында Б.ү. солоҡ башҡорт бал ҡорттарының аҙыҡ базаһы булараҡ өйрәнелә (Р.Ғ.Ҡорманав, Ә.Я.Шәрипов). Б.ү. 50‑нән ашыу төрө (ҡомлоҡ астрагалы, сәнскеле майсыбыҡ, оҙон һабаҡлы кәзәһаҡалы һ.б., ш. уҡ реликттар аҡ ҡаҙүләне, ҡыя һуған, яҫы емешле бойҙан, эндемиктар мәкә, урал таҡыябашы, селтәрле люцерна һ.б.) – БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, бер нисә төр (Эверсманн ҡаҙ үләне, ирәмәл алтын тамыры һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: К у ч е р о в Е.В., С и р а е в а С.М. Медоносные растения Башкирии. М., 1980; А к ь ю л о в а З.Р., Х а с а н о в а Г.Р. Медоносные растения Республики Башкортостан: учеб. пособие. Уфа, 2005; И ш е м г у л о в А.М., Б у р м и с т р о в А.Н. Медоносные растения Башкортостана. Уфа, 2008.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023