Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛА

Просмотров: 1124

МУЛЛА (ғәр. — хаким, хужа), мосолмандарҙа дини йола атҡарыусы (ҡара: Мосолман руханиҙары). М. ғәҙәттә ауыл аҡһаҡалдары араһынан күпселек (өстән ике өлөш) тарафынан һайланған. Ырымбур мосолман диниә назараты булдырылғас, махсус указ м‑н тәғәйенләнә (“указлы мулла”). М. эшмәкәрлеге (мосолман йолаларын үтәү, мөлкәт бүлеү, метрика кенәгәләрен алып барыу һ.б.) дәүләт тарафынан билдәләнә һәм контролдә тотола. М. ғәҙәттә билдәле бер мәсеттә йә мәхәлләлә була. Башҡортостанда 16 б. 2‑се ярт. — 20 б. 20‑се йй. М. институты мәғариф үҫешенә, милли интеллигенцияның формалашыуына һ.б. булышлыҡ итә. М. күбеһе башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнаша (Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Килмәк Нурышев, Юлдаш Һөйәрембәтов, Батырша һ.б.). 18—19 бб. башҡорт полктарында М. вазифаһы булған. Ғәскәр гарнизондарында дини хеҙмәт башҡарған М. хәрби ахун дәрәжәһе бирелгән. 1918 й. башҡорт ғәскәрендә дивизия һәм полк М. вазифаһы булдырылған. Атеистик пропаганда (ҡара: Атеизм) осоронда М. репрессияға дусар ителгән. 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып респ. мосолман мәхәлләләре барлыҡҡа килгәс, М. институты яңынан тергеҙелә. 90‑сы йй. башлап квалификациялы М. әҙерләү м‑н мосолман дини уҡыу йорттары (ҡара: Дини белем биреү) шөғөлләнә. 

М.Ғәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: