Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ

Просмотров: 1956

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ, ислам дине әһелдәре, дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе башҡарыусылар. Терминға шартлылыҡ хас. Башҡортостан М.р. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Диниә назараты ҡарамағында була. М.р. исламдың сөнни ағымының (ҡара: Сөнниселек) төрки ҡәбиләләре донъяһына үтеп инеүе һәм таралыуы м‑н барлыҡҡа килә. Исламды муллалар, ҡарыйҙар йәки хафиздар (Ҡөрьәнде яттан белеүселәр) һәм дингә өндәүселәр тарата. 14 б. төбәкте рәсми исламлаштырған осорҙа М.р. роле һәм һаны арта. Урындағы дини общиналарға мөхтәсиб (ҡара: Мөхтәсибәт), хатип (йома һәм байрам намаҙы ваҡытында вәғәз уҡыусы дин хеҙм‑ре), имам (мәсеттә дөйөм намаҙ етәксеһе һәм мосолман общинаһы башлығы), мөҙәрис, мәзин (манаранан аҙан әйтеп, халыҡты намаҙға саҡырыусы) етәкселек итә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң М.р. эҙәрлекләүҙәргә дусар була, бер өлөшө башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнаша. Ырымбур мосолман диниә назараты ойошторолғандан һуң, кандидаттарҙың белем кимәлен (ҡара: Дини белем биреү), шәриғәттең ҡайһы бер нормаларын, ш. уҡ урындағы йолалар һәм традицияларҙы иҫәпкә алыу юлы м‑н М.р. тәғәйенләү тәртипкә һалына. 19 б. — 20 б. башында Эске эштәр министрлығының Сит диндәр эштәре департаменты Уставына ярашлы рәүештә, М.р. юғары (мөфтөй, ҡазый, ахун; хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнә һәм башлыса дәүләт иҫәбенә тотола) һәм түбән (мәхәллә руханиҙары: имам-хатип, имам, мәзин; урындағы властар тарафынан раҫлана һәм мәхәллә халҡы иҫәбенә тотола) ҡатламдарға бүленә. Ислам диненә хеҙмәт итеүселәр 1800 й. ҡарата Ырымбур губернаһында 1921 кеше, 1897 й. — 1017 кеше, Өфө губернаһында 3556 кеше иҫәпләнә. Революциянан (1917) һуң М.р. күпселеге совет власын рәсми рәүештә таный, шуға ҡарамаҫтан 20—30‑сы йй. репрессиялана, күптәре атыла. Республикала 1936 й. 342 мулла, 126 мәзин, 1978 й. — 16 имам, 2014 й. ҡарата 1011 имам-хатип иҫәпләнә.

Әҙәб.: К о б л о в Я.Д. О магометанских муллах. Казань, 1907; Ю н у с о в а А.Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007. 

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: