Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘММӘТ

Просмотров: 1764

МӨХӘММӘТ п ә й ғ ә м б ә р (яҡынса 570 й., Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны — 8.6.632, Мәҙинә ҡ., шунда уҡ), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр; исламға һәм Ғәрәп ярымутрауында беренсе теократик дәүләткә нигеҙ һалыусы. Ислам дине б‑са Алла тарафынан бәндәләргә ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы. Уның т‑да яҙма сығанаҡтар һаҡланмаған. Ҡөрәйеш ҡәбиләһенә ҡараған затлы Бине‑әл хашими ырыуынан сыҡҡанлығы, иудаизм һәм христианлыҡ нигеҙҙәрен яҡшы белгәнлеге билдәле. Риүәйәттәргә ярашлы, М. 40 йәшендә, уға Ябраил фәрештә килеп Ҡөрьән аяттарын тапшыра башлай, һуңынан улар М. һүҙҙәренән сәхәбәләре тарафынан яҙып алынып, Ҡөрьән тексын тәшкил итә. Унда Алланың берлеге һәм бөйөклөгө, иман килтереү, йәндең үлемһеҙлегенә, теге донъяға, Ҡиәмәт көнөнә, тамуҡҡа инаныу һ.б. кешеләргә еткерелә. Үҙенең өгөт-нәсихәттәрендә мәжүсилеккә ҡаршы сыға, берҙән-бер һәм ҡөҙрәтле Аллаға табыныу кәрәген әйтә. Мәккә халҡының күпселеге М. тәғлимәтен ҡабул итмәй, шуға ул 622 й. үҙенең сәхәбәләре м‑н Йасриб ҡ. (һуңынан — Мәҙинә; ҡара: Һижрәт) күсергә мәжбүр була, унда тәүге мосолман общинаһын ойоштора. Мәҙинәлә М. дини һәм сәйәси әйҙәүсе була. М. дин тәғлимәтенең төп нигеҙҙәрен эшләй, улар “асыштар”ҙа, М.п. үҙенең һүҙҙәрендә, холҡонда сағылған (ҡара: Сөннә). 628 й. ислам тәғлимәтен индереү маҡсаты м‑н Мәккәгә киткән, Ҡәғбәгә ғибәҙәт ҡылыу йолаһын башҡарған һәм, “ҡара таш”тан башҡа, унда булған мөшрик һынташтарын юҡ иткән. Мәккәләр мосолманлыҡ ҡабул иткәс, Мәҙинәгә ҡайтҡан. 631—32 йй. Ғәрәбстандың байтаҡ өлөшөндә М. йоғонтоһо тарала. 632 й. М.п. хушлашыу хажын ҡыла һәм тиҙҙән вафат була. Мәҙинәнең баш мәсетендә (Пәйғәмбәр мәсете) ерләнгән. Исламдың башҡ. ҡәбиләләре араһында таралыуы уларҙың тупланыуына булышлыҡ иткән. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе, А.В.Колчактың Рус армияһындағы полк М. исеме м‑н аталған. М. һәм уның тәғлимәтенә С.Н.Бикбулатов, М.Ғафури, З.Ҡадири, Р.Ф.Фәхретдиновтың һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: В а с и л ь е в Л.С. История религий Востока. М., 1983. 

М.Ғ.Вәлиева, Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019