Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы

Просмотров: 1060

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы [30.12.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 22.9.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.Ә.Исмәғилевтең улы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1942; педагогы К.В.Матсон) 1943 й. тиклем Башҡ. филармонияһы, 1948 й. алып Совет Армияһының А.В.Александров ис. йыр һәм бейеү ансамбле (Мәскәү) солисы, 1951 й. башлап Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы һәм педагог-репетиторы, 1961—87 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты режиссёры. И. башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ һәм музыкаллек, еңел һәм тәьҫирле пластика хас. “Бесәнселәр”, “Гопак”, “Кейәү егет” (“Жених”), “Өс туған” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Төрлө йылдарҙа респ. үҙешмәкәр бейеү коллективтары м‑н етәкселек итә. “Кем йырланы?” (“Кто пел?”, 1969) муз. т/ф, “Халыҡ ижады ынйылары” (“Жемчужины народного творчества”, 1970—85) телетапшырыуҙар циклы режиссёры. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”, Свердловск к/ст, 1959) фильм‑балетында төшә. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1960). “Почёт Билдә .е” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Докучаева А.А. Немеркнущая слава огненных джигитов //Созвездие талантов. Уфа, 2009.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: