Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МОЛНИЯ”, предприятие

Просмотров: 1577

“МОЛНИЯ” Ө ф ө ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о п р е д п р и я т и е һ ы, ААЙ. Авиация газ турбиналы двигателдәренең ҡабыҙыу системаларын һәм электронлы идара итеү аппараттарын уйлап табыу, яңыса ҡороу һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Составына 3 конструкторлыҡ бүлеге һәм изделиеларҙың һынау, сериялы партияларын етештереү б‑са з-д инә. Балалар баҡсаһы, кафеһы бар. Бөтә осоу аппараттары өсөн ҡабыҙыу шәмдәре һәм агрегаттар, төрлө самолёттарҙың двигатель ҡулайламалары м‑н электронлы идара итеү системалары, яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн идара итеү системалары һ.б. етештерелә. Продукцияһы БР‑ҙың (ш. иҫ. “Гидравлика”, “Мотор”, ӨАПБ, ӨМЭПБ) һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең авиатөҙөлөш һәм машиналар эшләү, яғыулыҡ- энергетика комплексы пр‑тиеларына ебәрелә. 1941 й. Өфөгә эвакуацияланған ҡабыҙыу системалары сығарыу б‑са 161‑се махсуслаштырылған з‑д (1940 й. Мәскәүҙә мебель ф‑каһы базаһында асылған) эргәһендәге КБ булараҡ ойошторола, 1957 й. алып 140‑сы почта йәшниге (“М.” тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы), 1966 й. — “М.” Өфө агрегат КБ, 2001 й. — хәҙ. исемде йөрөткән ФДУП, 2011 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие м‑н В.Ф.Гражданкин, А.Н.Дегтярёв, Ю.И.Дмитриев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019