Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘСИБУЛЛИН Риф Шәхрислам улы

Просмотров: 822

НӘСИБУЛЛИН Риф Шәхрислам улы (15.10.1936, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Сытырман а.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1960) Тәтешле хәбәрләре гәзите хеҙмәткәре, 1961 й. алып Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары мәктәптәрендә уҡыта. 1968 й. башлап Ижевск ҡ.: “Дась лу!” (“Әҙер бул!”) гәзите хеҙмәткәре; 1972 й. — Удмурт ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре; 1983 й. — Удмурт университетында уҡыта, 1984 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1992 й. авгусынан алып төп ғилми хеҙмәткәре, сентябрҙән — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002—03 йй. татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге удмурт теле материалында диалектология, лингвистик география, лексикография, тарихи лексикологияға һ.б. арналған. Удмурт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен, ш. иҫ. БР‑ҙағыһын да, тикшерә һәм классификацияһын эшләй. “Европаның лингвистик атласы”н (“Лингвистический атлас Европы”; 1—4‑се сығарылыш, Ассен, 1983—1990; 5—6‑сы сығарылыш, Рим ҡ., 1997—2003), “Удмурт теленең кире һүҙлеге”н (“Обратный словарь удмуртского языка”; 1992), “Пермь телдәренең сағыштырма һүҙлеге”н (“Сравнительный словарь пермских языков”; 2004), “Урыҫ‑удмурт система‑тематик һүҙлеге” н (“Системно‑тематический русско‑удмуртский словарь”; 2006), “Удмурт теленең диалектологик атласы” н (“Диалектологический атлас удмуртского языка”; 1—5‑се сығарылыш, 2009—2015), “Урыҫ‑удмурт‑татар һүҙлеге” н (“Русско‑удмуртско‑татарский словарь”; 2013) һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. “Удмурт телендә урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең тарихи-хронологик һүҙлеге” проекты етәксеһе. БР‑ҙа йәшәгән удмурттарҙың фольклор әҫәрҙәрен йыя.

 Х е ҙ м.: Эллинизмы в удмуртском языке. Ижевск, 2006.  

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.02.2024