Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУҒАЙ ТЕЛЕ

Просмотров: 1569

НУҒАЙ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Нуғайҙарҙың милли теле. Дағстанда, Ингушетияла, Ҡарасай‑Черкес, Чечен Респ., Әстерхан өлк., РФ‑тың Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 75 мең кеше (1989). Ҡаҙаҡ теленә, ҡарағалпаҡ теленә, башҡорт теленә, татар теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡ) теленә барып тоташа. 3 диалекттан тора: аҡнуғай, ҡарануғай һәм нуғай. Әҙәби Н.т. 20 б. 1‑се ярт. ике диалекттың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен йөрөткән нуғай диалекты нигеҙендә формалашҡан. Н.т. фонетикаһына__башҡорт телендәге кеүек үк палаталь гармония (ҡара: Сингармонизм) хас, сағ.: нуғайса “атларымыз” — башҡортса “аттарыбыҙ”, “ислеримиз” — “эштәребеҙ” һ.б.; башҡ. теленән айырмалы рәүештә 1‑се һәм 2‑се зат үткән заман ҡылым формаларында тартынҡыларҙың [н] төшөп ҡалыуы күҙәтелә, сағ.: нуғайса “айткан” (ул әйткән) айтка[н] — “айткаман” (мин әйттем) айтк[ам]ан, “айткасыз” (һеҙ әйткәнһегеҙ) айтк[ас]ыз һәм башҡортса “әйткән” әйткә[н] — “әйткәнмен” әйтк[ әнм]ен, “әйткәнһегеҙ” әйтк[әнһ]егеҙ һ.б.; төбәү килеш формаһындағы зат алмаштарын килеш м‑н үҙгәрткәндә һуҙынҡыларҙың берлек һаны [а] хәрефенә әйләнә, сағ.: нуғайса “мен” (мин) м[е]н — “мага” (миңә) м[а]га һәм башҡортса “мин” м[и]н — “миңә” м[и]ңә һ.б. Морфология үҙенсәлектәре: -а, - й ялғауҙарына хәҙ. заман формаһы м‑н бер рәттән (башҡ. телендәге һымаҡ) - таган күрһәткесе ҡушылған хәҙ. заман формаһы ҡулланыла, сағ.: нуғайса “беретагансынъ” — башҡортса “бирәһең”, “карайтаган” — “ҡарай” һ.б.; булып үткән хәлде белдергән -ганда, - ганлай һәм - ганлы хәл ҡылым формалары күҙәтелә, сағ.: нуғайса “мутканда” — башҡортса “онотҡас”, “шыкканлай” — “сыҡҡас та”, “авырганлы” — башҡортса “ауырығандан бирле” һ.б. Синтаксиста башҡ. телендәге һымаҡ айырым һөйләм киҫәктәре функцияһында төрлө типтағы эйәрсән һөйләм ҡулланыу тенденцияһы күҙәтелә, мәҫ., хәлдәр, сағ.: нуғайса “мен он еки яшыма келгенде атам оьлдуь” — башҡортса “ун ике йәшем тулғанда, атайым үлеп ҡалды”; тултырыусылар, сағ.: “ястынъ келмейегин оьзлоьруь биледи” — “егеттең килмәгәнен үҙҙәре лә белә” һ.б. Һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята, ғәрәп теленән, фарсы теленән ингән (башлыса терминология), ш. уҡ урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. 1928 й. тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1928 й. алып латиницала, 1938 й. — кириллицала башҡарыла. Хәҙ. нуғай алфавиты 37 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Б а с к а к о в Н.А. Ногайский язык и его диалекты. М.; Л., 1940; Грамматика ногайского языка. Ч.1. Фонетика и морфология /под ред. Н.А.Баскакова. Черкесск, 1973. 

Ш.В.Нафиҡов, С.В.Овчинникова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: