Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУҒАЙҘАР

Просмотров: 1303

НУҒАЙҘАР (үҙ атамаһы ноғай), РФ‑та йәшәүсе халыҡ. Н. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 75,2 мең, 2002 й. РФ‑та 91 мең кеше тәшкил иткән. БР‑ҙа 2002 й. Н. һаны — 30, 2010 й. 45 кеше иҫәпләнгән. Айырыуса Төньяҡ Кавказда тупланып йәшәйҙәр. Н. теле төрки телдәрҙең төньяҡ-көнбайыш (ҡыпсаҡ) төркөмөнә ҡарай. Диндарҙарҙың күбеһе — мосолман-сөнниҙәр (ҡара: Ислам, Сөнниселек). Н. этник яҡтан Алтай, Көнбайыш Себер һәм Урта Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Нуғай” этнонимы Алтын Урҙа ханы Нуғай (13 б.) исеменән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Нуғай Урҙаһы барлыҡҡа килгәс, Башҡортостан терр‑яһының көньяҡ өлөшө уның йоғонтоһо аҫтында ҡалған. Башҡорт шәжәрәләрендә башҡорттарҙың Н. м‑н көрәше хаҡында мәғлүмәттәр бар, ҡайһы бер нуғай хандарының һәм мырҙаларының исемдәре һаҡланған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һәм Нуғай Урҙаһының тарҡалыуынан һуң Н. төп өлөшө Көньяҡ Урал һәм Урал буйы терр‑яларын ташлап, Төньяҡ Кавказға, Ҡара диңгеҙ һәм Түб. Волга буйҙарына күсеп киткән. Н. ҡалған өлөшө нуғай этнонимын һаҡлап ҡалып, аҡрынлап башҡорттарға ҡушылған: бөрйән, ҡыпсаҡ, юрматы ҡәбиләләре составында нуғай ырыуҙары (нуғай-бөрйән һ.б.) исемдәре билдәле. Н. бер өлөшө үҙенең этнонимын юғалтмай, хәҙ. Н. нигеҙен барлыҡҡа килтергән, ҡайһы бер өлөшө ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татарҙар составына ҡушылған. Н. хужалығында төп урынды күсмә һәм ҡыуғын малсылыҡ биләгән. Йылҡы, һыйыр, һарыҡ, кәзә, дөйә үрсеткәндәр. Игенселек (тары, бойҙай, арпа сәсеү), һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ярҙамсы роль уйнаған. Шулай уҡ тула баҫыу, тире иләү, һарыҡ тиреһе эшкәртеү, ағас әҙерләү, кейеҙ баҫыу, тоҙ сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Традицион торамалары — күсмә ауылдар — яҙғы-йәйге (йәйләү), йәйге- көҙгө (көҙләү) һәм ҡышҡы (ҡышлау) төрҙәргә бүленгән. Ултыраҡ тормошҡа күсеү осоронда ҡышлауҙарҙа даими ауылдар барлыҡҡа килгән. Ҡышлауҙар янында баҫыуҙар урынлашҡан. Рәшәткәле йыйылма ағас каркаслы ҙур һәм йыйылмай торған кесе (19 б. 2‑се ярт. алып яңы өйләнешкәндәрҙең туй тирмәһе итеп кенә файҙаланылған) кейеҙ тирмә төп торлаҡ булған. Эс яҡтан тирмәнең стеналарын ҡамыш септә (шыпта) м‑н көпләгәндәр, иҙәненә кейеҙ, балаҫ йәйгәндәр. Тирмәнең уртаһында өҫтөнә өстаған ҡуйылған тандыр йә усаҡ торған. Ишеккә ҡаршы ғаилә башлығы өсөн айырым урын (түр) бүленгән, шунда уҡ көҙгө (бияла) эленгән. Уның уң яғынан — яҫтыҡ, юрған һалынған урындыҡ, эргәһендә һауыт-һаба өсөн кәштә (ундрук) һәм һандыҡ торған. 17 б. 2‑се ярт. башлап саман йә ситән торлаҡтар һәм ҡыйығы ике яҡлы өйҙәр һала башлағандар. Интерьерҙың үҙенсәлеге булып кейеҙ һәм балаҫ түшәлгән, балсыҡ ҡатыш йә ағастан эшләнгән һикеләр, түшәк кәрәк-ярағы өйөлгән һандыҡ торған. Өй артындағы ихатала һарыҡ (котан) һәм һыйыр араны, ҡамыштан яһалған (шетен, куюрен) аҙбарҙар урынлашҡан. Н. традицион ирҙәр кейеме мул итеп тегелгән күлдәктән (койлек), тула йә һарыҡ тиреһенән тегелгән салбарҙан (шалбыр), иркен тегелгән киндер салбарҙан торған. Өҫтәренә еңһеҙ камзул (кыспа, курте тон), елән, бишмәт (каптал) кейгәндәр. Кейем ҡорал м‑н тулыландырылған. Баш кейеменән ҡолаҡһыҙ бейек бүрек, кейеҙ бүрек, һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡырпыу бүрек (эльтир борк, корпе борк) булған. Ҡатын-ҡыҙ кейеме мул итеп тегелгән эске (ишки койлек) һәм тыш (тыс койлек) күлдәктән, ыштандан (ыстан) торған. Ҡыҫҡа ебәк елән (зыбан), төймәһеҙ күлдәк (шыба), бишмәт (каптал) өҫ кейеме булған. Хәлле ҡатын-ҡыҙ киндер туҡыманан тегелгән аҡ кейем һәм ебәк ҡушаҡ быуып, төрлө төҫтәге ебәк халат кейгән. Кейем түш биҙәүестәре (козыбас тостуйме, тослик), мәрйен, сәйлән муйынсаҡтар, сәс биҙәүестәре (шашбау), балдаҡ һәм беләҙектәр м‑н тулыландырылған. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ (кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ күберәк аҡ төҫтәге), өскөл яулыҡ, йөҙҙө ҡаплап торған йоҡа кесейә япмалар, ҡыҙыл буҫтауҙан (таҡыя), бәрхәттән (ока борк), ҡондоҙ тиреһенән (кундыз борк) тегелгән, көмөштән ҡойолған ҡоршау йә тәңкәләр м‑н биҙәлгән йомро баш кейеме йөрөткән. Кәләштең туй кейемендә ебәк япма (буркеншик) урын алған. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә төлкө, бүре, тейен, һарыҡ тиреһенән тегелгән тун кейгән. Көндәлек тормошта һәм байрамдарҙа аяҡтарына күн, сафьян, йомшаҡ йоҡа күндән тегелгән итек һәм ҡыҫҡа ҡуныслы итек (атув, этик) кейгәндәр; ҡатын-ҡыҙ ш. уҡ үксәле туфли (бапиш) йөрөткән. Н. традицион аш-һыуы малсылыҡ продукттарын файҙаланыуға нигеҙләнгән. Иң ныҡ таралған аштар: ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, ҡурҙаҡ, шешлек, билмән (казан борек), балыҡ һурпаһы, бутҡа, бәлеш булған. Тарынан бутҡа, буҙа әҙерләгәндәр, тары ононан көлсә (малай), ҡатлаулы ҡаластар (ҡатлама), майҙа бауырһаҡ бешергәндәр. Һөт аҙыҡтарынан ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, ойоған һөт, һары май ҡулланғандар; айран, буҙа, ҡымыҙ, бал эскәндәр, ҡаймаҡ, май, борос, тоҙ ҡушып, сәй (ноғай шай) әҙерләгәндәр. Туй, байрамдарҙа йола эсемлеге булып шәрбәтле һыу (сербет сув) һаналған. 19 б. тиклем ҙур ғаилә булып йәшәү өҫтөнлөк алған. Көндәлек тормош йола хоҡуғы һәм шәриғәт нормаларына ярашлы көйләнгән. Никахлашыуҙар мотлаҡ экзогам булған, левират һәм сорорат күренештәре осраған. Ҡыҙ димләү, ҡалым түләү (калым, сыек сатув) һ.б. йолалар булған. Дини өлкәлә ислам диненә тиклемге инаныуҙар йәшәп килгән. Н. фольклоры (йола поэзияһы, лирик поэзия, баһадирҙарға арналған поэмалар, легендалар, әкиәттәр, әйтемдәр, йырҙар һәм бейеүҙәр) бай; халыҡ уйындары һәм спорт ярыштары (көрәш, бәйге һ.б.) күп.

Әҙәб.: Г а д ж и е в а С.Ш. Очерки истории семьи и брака у ногайцев XIX — начала XX в. М., 1979; К а л м ы к о в И.Х., К е р е й т о в Р.Х., С и к а л и е в А.И.-М. Ногайцы: ист.-этногр. очерк. Черкесск, 1988.  

Ф.Ф.Шәйәхмәтов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019