Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИШКӘ РАЙОНЫ

Просмотров: 1826

МИШКӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Балтас, көнсығышта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Бөрө, төньяҡ‑көнбайышта Борай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны һәм Өфө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Бөрө р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан тергеҙелә. Майҙаны — 1689 км2. Адм. үҙәге — Мишкә а., Өфөнән төньяҡҡа табан 131 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 46,3; 1959 — 38,1; 1989 — 28,6; 2002 — 27,1; 2010 — 25,3. Милли составы (2002): мариҙар — 70,6%, татарҙар — 15,8%, урыҫтар — 6,6%, башҡорттар — 6,5%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,7 кеше/км2. Районда 14 ауыл советы, 77 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Мишкә (6,0 мең кеше), Сурай (1,0 мең), Камай (0,7 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһында, Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында эзбизташ (Бабай, Иҫке Нәкәрәк), кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ (Иҫке Аҡбулат); Ҡушкүл нефть ятҡылығы бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 3°С, ғин. уртаса т‑ра — -14,5°С, июлдә — 19°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 600 мм. Гидрографик селтәрҙе Ҡыңғыр, Соҡаяҙ, Сөгәҙе, Шаҙы, Энәк ҡушылдыҡтары м‑н Бөрө й. барлыҡҡа килтерә. Ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы, көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә; көнсығышта — кәҫле‑карбонатлы тупраҡ, көнбайышта кәҫле көлһыу тупраҡ осрай. Киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар район терр‑яһы майҙанының 33,5%‑ын ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Ҡыя һуған популяцияһы, Наратһаҙ төбәге — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 104,0 мең га (дөйөм майҙандың 61,6%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 54,9, сабынлыҡтар — 18,3, көтөүлектәр — 30,7; урмандар майҙаны — 56,6, ер өҫтө һыуҙары — 0,9. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [4 а.х. пр‑тиеһы, а.х. артеле, 80 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Һарыҡсылыҡ, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ үҫешкән. Нефть ятҡылыҡтарын «“Башнефть” АНК» ААЙ‑ның “Башнефть—Өфө” филиалы эшкәртә. Юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы, Өфө—Бөрө—Яңауыл автомобиль юлдары үтә. М.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда агросәнәғәт колледжы, 26 филиалы булған 10 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Оло Шаҙы урта мәктәбе, Мишкә лицейы №1, Сурай урта мәктәбе, 6 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, “Юлсы” балалар һәм үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм патриотик тәрбиәләү үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район һәм участка дауаханалары, 2 амбулатория, 32 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 38 клуб учреждениеһы, 30 китапхана; 2 физкультура‑һауыҡтырыу комплексы; 10 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Дружба”, “Келшымаш” (мари телендә) гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019