Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ

Просмотров: 851

ОНЛО ЫСЫҠ БӘШМӘКТӘРЕ, э р и з и ф б ә ш м ә к т ә р (Erysiphales), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. Мицелийы күп күҙәнәкле, үҫемлектәр өлөштәре өҫтөндә, һирәк осраҡта япраҡ туҡымалары күҙәнәктәрендә (Leveillula, Phyllactinia заттары) үҫешә. Емешлек тәндәре (клейстотециялар) диам. 50—180 мкм, ҡара төҫтәрҙә, шар формаһында йәки өҫкө өлөшөндә бер аҙ батынҡы, ауыҙсалары юҡ, гифтарҙың өҫтәлмә үҫентеләре, эсендә аскоспоралар булған бер йәки бер нисә муҡсаһы (аскалары) бар; башлыса ҡартайып барған мицелийҙа үҫешә. Споралар ярҙамында үрсей. Үҫеш циклында ғәҙәттә 2 стадия: конидиаль (енесһеҙ) һәм муҡсалы (енси). Үҫемлектәрҙең паразиттары, күбеһе билдәле бер хужа‑үҫемлеккә тура килә, мицелийҙың махсус үҫентеләре — гаусторийҙар ярҙамында туҡлана. Онло ысыҡ ауырыуын тыуҙыра, а.х. һәм урман культураларын, декоратив үҫемлектәрҙе зарарлай (ҡара: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары).

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: