Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСКОМИЦЕТТАР

Просмотров: 1610

АСКОМИЦЕТТАР, муҡсалы бәшмәктәр (Ascomycetes), бәшмәктәр класы. Яҡынса 30 тәртибе, 30 меңдән ашыу төрө (БР‑ҙа 20‑нән ашыу тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. А. төп билдәһе булып енси процесс һөҙөмтәһендә спора туплағыс махсус ағзалары — аскоспоралары булған муҡсалар (аскылар) барлыҡҡа килеүе тора. Күпселек А. муҡсалары — емешлек тәндәренең эсендә, ҡайһы берҙәренеке бүлендек күҙәнәктәрҙә йәки мицелийҙың өҫкө йөҙөндә үҫешә. А. емешлек тәндәре төп 3 типҡа айырып йөрөтөлә: клейстотейциялар, перитециялар һәм апотециялар. Емешлек тәндәре формаһы (бүрекбаштарҙың, тубырсыҡбаштарҙың, башлыҡтарҙың эшләпәһе һәм һаптары бар), төҫө (аҡ, һары, ҡыҙғылт һары һ.б.), консистенцияһы (ҡойҡа һымаҡ, итләс, тығыҙ һ.б.) б‑са төрлө; микроскопик үлсәмдәрҙән алып 20 см тиклем (ҡайһы ваҡыт 30 см тиклем). Енесһеҙ үрсеү (конидиялар м‑н) ҙә осрай. Конидиаль спора туплау ҡара, йәшел, һарғылт, ҡыҙғылт һары үңәҙ (монаскылар, эуроциялар), аҡ онло ҡуныҡ (онло ысыҡ бәшмәктәре), күпкән таптар (протомицеттар, тафриндар) рәүешендә була. А. лишайниктар составына ингән бөтә бәшмәктәр ҙә тиерлек ҡарай. Күпселек А. — тупраҡта, үҫемлектәрҙең ҡороған өлөштәрендә, хайуан мәйеттәрендә (кератинофиль төрҙәр), төрлө аҙыҡ-түлектә, әсеүсе шыйыҡсаларҙа (сүпрә), сөсө һәм тоҙло һыу ятҡылыҡтарында (дебариомицеттар, мечниковиялар һ.б.) йәшәүсе сапротрофтар. Ҡайһы бер А. — бәшмәк (одонтийлы мириогониум, эписфер нектрия, ялған эндомицес һ.б.), ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлек (вентуриялар, монилиниялар, розеллиниялар, склеротиниялар, тафриндар һ.б.), хайуан (мечниковиялар, микроспорумдар һ.б.) һәм кеше (капсулалы гипсолазма, гипс һымаҡ трихофитон һ.б.) паразиттары. А. медицинала ҡулланылған (ҡара аспергилл, ҡуйы ҡыҙыл арыш атаһы һ.б.) һәм ашарға яраҡлы бәшмәктәр (бүрекбаштар, гельвеллалар, трюфелдәр, тубырсыҡбаштар һ.б.) ҡарай. А. тупраҡ барлыҡҡа килеү процесында һәм матдәләр әйләнешендә ҡатнаша, шарап әҙерләүҙә, икмәк бешереүҙә, һөт аҙыҡтары, антибиотиктар һәм витаминдар, ферменттар, органик кислоталар етештереүҙә ҡулланыла. Ҡайһы бер А. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын (ҡараманың голланд сире, ҡутыр, онло ысыҡ, тамыр сереге һ.б.), хайуан (бал ҡорттарының таш балалары, дерматомикоздар һ.б.) һәм кеше (тәрән микоздар, дерматомикоздар) ауырыуҙарын тыуҙырыусылар; сәнәғәт изделиеларының һәм материалдарының (биссохламистар, монаскустар, эуроциумдар һ.б.) зарарланыуына, аҙыҡ‑түлек һәм мал аҙыҡтарының (дебариомицеттар, зигосахаромицеттар, пихиялар һ.б.) боҙолоуына килтерә.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019