Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕТҮЛӘН

Просмотров: 1134

БЕТҮЛӘН (Pedicularis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә. Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ Б.) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см тиклем бейеклектә. Япрағы ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, ишһеҙ теленмә, һирәгерәк бөтөн, һаплы, сиратлы, ҡайһы ваҡыт суҡлы теҙелешле. Сәскәһе эре, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, көпшә йәки ҡыңғырау формаһындағы, 5 тешле, һирәкләп ике айырсалы каса япраҡлы. Тажы аҡ, һары, ҡуйы ҡыҙыл йәки алһыу шәмәхә төҫөндә, ике иренле, оҙон көпшәле, торҡа һымаҡ өҫкө иренле һәм 3 ҡалаҡса аҫҡы иренле. Сәскәлеге тумалаҡ, тәлгәш, башаҡ һымаҡ. Май—авг. сәскә ата. Емеше – ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Дымлы болонда, урман ситендә, тау тундраһында, таш ишелмәләре араһында, һирәкләп татырлыҡта һәм һаҙлыҡта үҫә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, урал Б., һаҙ Б. респ. бөтә терр‑яһында таралған. Составында алкалоидтар, иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған таҡыялы Б., урал Б., һаҙ Б. һ.б халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Бейек Б. һәм реликт Эдер Б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: