Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮПЕРҘӘР

Просмотров: 1452

КҮПЕРҘӘР, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы (йылға, тарлауыҡ, юл һ.б.) үтеү өсөн эшләнгән архитектура‑төҙөлөш юл ҡоролмалары. К. тороҡ конструкциялары б‑са — балкалы, аркалы, аҫылмалы һ.б., материалдары б‑са — ҡорос, тимер‑бетон, ағас һ.б., тәғәйенләнеше б‑са т. юл, автоюл, йәйәүлеләр өсөн һ.б. төрҙәре айырыла. 1808 й. Өфөлә Ағиҙел й. аша Ырымбур кисеүендә плашкоут (кәмәләрҙә) К. ҡорола. 1888 й. Н.А.Белелюбский проекты б‑са Ағиҙел й. аша 639 м оҙонлоҡта т. юл К. һалына. Аҫҡы яҡтан йөрөрлөк, ике ауыш терәүле, ҙур тороҡло К. фермаларының өҫкө бүлкәттәре кәкре һыҙат кеүек проектлана. Быны хәл иткәндә тәүге тапҡыр ферма узелдарында рәшәткә һәм бүлкәт элементтарын үҙәккә теүәл тура килтереү ғәмәлгә ашырыла, улар 19 б. аҙ. өсөн яңы конструкция материалы — ҡоростан яһалған була. 1950—54 йй. уның терәктәре өлөшләтә һүтеп алына һәм боҙ ватҡыс өлөшөндә яңы терәктәр һәм икенсел юл һалыу өсөн тороҡтар ҡуйыла. 1890 й. Өфө эргәһендә Ҡариҙел й. аша Һамар— Златоуст т. юлында т. юл К. һалына. 1956 й. Өфөлә Е.С.Уланов проекты б‑са Ырымбур йүнәлешендә 670 м оҙонлоҡта автомобиль К. төҙөлә, ул айылдар (ярым аркалар) һәм күп тороҡлы тотош ҡорос балкалары булған аркалы‑тороҡло төҙөлөштөң классик миҫалы булып тора.

1971 й. Өфөлә Ағиҙел й. аша Ҡазан йүнәлешендә (Вавилов кисеүендә) 837,8 м оҙонлоҡтағы респ. иң ҙур К. файҙаланыуға тапшырыла (С.Ф.Игнатов, Уланов). 1982 й. Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында Ағиҙел аша 391,2 м оҙонлоҡта К. һалына, уның йырҙа өлөшө ҡумта киҫелешле, көсәйтелгән була, тотош тимер‑бетон балка м‑н ябылған. 80—90‑сы йй. тороҡтар төҙөлөшө конструкцияһы яңыса хәл ителгән бер нисә ҙур К. төҙөлә: йырҙа өлөшө тотош ҡорос тороҡ м‑н ҡапланған, йөрөй торған өлөшөнә ортотроп плиталар түшәлгән (Дүртөйлө ҡ. эргәһендә Ағиҙел аша 749 м оҙонлоҡтағы, Өфө— Инйәр—Белорет автомобиль юлында 294 м оҙонлоҡтағы, Өфөлә Ырымбур йүнәлешендә 677 м оҙонлоҡтағы К.). Ҙур һәм уртаса К. күбеһен Мостоотряд №30 (етәксеһе П.С.Рабухин) төҙөгән. 2000—08 йй. “Юрюзаньмост” пр‑тиеһы (етәксеһе Ф.Ә.Дәүләтшин) Белорет, Салауат, Ғафури, Иглин һ.б. р‑ндарҙа Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Еҙем, Эҫем йй. аша 130—270 м оҙонлоҡта йәйәүлеләр өсөн 20‑нән ашыу аҫылмалы һәм автоюл К. файҙаланыуға тапшыра. 2005—07 йй. “Башкиравтодор” пр‑тиеһы (етәксеһе Ш.Х.Әминев) Баҡалы, Бөрө, Өфө, Яңауыл р‑ндарында ҡорос‑фибробетондан аҙ тороҡло, аркалы автоюл К. һалыуҙы үҙләштерә. 2012 й. ҡарата яҡынса 55 мең погон метр оҙонлоҡта 1700 самаһы уртаса һәм ҙур К. иҫәпләнә.

В.В.Бабков, В.Г.Карпов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: