Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1125

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ, хром, тимер, баҡыр, молибден һ.б. ҡушылған никель нигеҙендәге иретмәләр. Составы б‑са — пермаллойҙарҙы (никель— тимер), нихромдарҙы (никель—хром), хромелдәрҙе (никель—хром—кобальт), алюмелдәрҙе (никель— алюмин—марганец—кремний), хастеллойҙарҙы (никель— молибден), супериретмәләрҙе – ауыр ирегән металдар (кобальт, хром, молибден, ванадий, тантал, вольфрам) ҡатыштырылған иретмәләр, никель нигеҙендәге ҡайһы бер интерметаллидтарҙы, эшкәртеү ысулы б‑са деформацияланыусан һәм ҡойоу Н.и. айыралар. Н.и. юғары механик ныҡлыҡ, эҫегә, утҡа, коррозияға сыҙамлылыҡ, ферромагнит һ.б. физик үҙенсәлектәр, яҡшы (супериретмәләрҙән тыш) технологик үҙенсәлектәр (йәбешеүсәнлек, һығылмалылыҡ һ.б.) хас. Н.и. никелде легирлау элементтары м‑н бергә иретеп йәки киҫәкле хәлгә килтереп алалар. Супериретмәләрҙән яһалған деталдәр бер нисә таҙартҡан иретеп ҡойоуҙы үтәгәндән һуң окисланмаған мөхиттә ҡойоу юлы м‑н алына. Н.и. ракета‑йыһан техникаһы, нефтехимия ҡорамалдары, радиотехника, элемтә техникаһы, төрлө ярымфабрикат (табаҡ, таҫма, сым, сыбыҡтар) һ.б. әҙерләгәндә ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. алып Белорет металлургия комбинатында Н.и. төрлө сорттағы прокат һәм сымдар, 50‑се йй. башлап “Салаватнефтемаш”, “Туймазыхиммаш” һ.б. пр‑тиеларҙа – автоклавтар, резервуарҙар, реакторҙар, йылылыҡ алмаштырғыстар һ.б. етештерелә. 80‑се йй. ӨАИ‑ла, Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында (Ә.Ә.Ғәниев, Г.А.Салищев, Ф.З.Үтәшев һ.б.) газ турбиналы двигателдәрҙең (көрәксәләр, дискылар, валдар, роторҙар), статорҙарҙың (ҡулсалар, яныу камералары, турайтҡыс аппараттар) деталдәрен һ.б. етештереү өсөн файҙаланылған үтә һығылмалы супериретмәләр алыу ысулдары табылған.  

Ф.З.Үтәшев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: