Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОПТИКА

Просмотров: 988

ОПТИКА (гр. optikē) , физиканың яҡтылыҡ тәбиғәтен, уның төрлө мөхиттәрҙә таралыуын һәм матдә м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: геом. (яҡтылыҡ оптик яҡтан бер төрлө мөхит эсендә тура һыҙыҡ б‑са тарала, оптик үҙенсәлектәре төрлө булған мөхиттәрҙең сигендә һына һәм сағыла торған нурҙарҙан ғибәрәт, йәйғорҙо, монарҙы һ.б. күренештәрҙе аңлата), тулҡын (яҡтылыҡ – арҡыры электромагнит тулҡын, интерференция, дифракция күренештәрен һ.б. аңлата) һәм квант О. (яҡтылыҡ – фотондар ағымы, люмине‑, флюоресценцияны, фотоэффектты һ.б. аңлата). Лазерҙарҙың барлыҡҡа килеүенә бәйле когерентлы О., сүсле яҡтылыҡ йөрөткөстәренең (ҡара: Сүсле‑оптик элемтә линияһы) барлыҡҡа килеүенә бәйле сүсле О. һ.б. үҫешә. Башҡортостанда О. өйрәнеү 20 б. 20‑се йй. башында Н.Г.Пономарёв тарафынан башлана. 60‑сы йй. алып Авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Органик химия институтында, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында шыйыҡлыҡтарҙа инфраҡыҙыл йотолоу һәм яҡтылыҡтың комбинацион таралыуы спектроскопияһы (А.С. Краузе, И.С.Перелыгин), квант О. (А.Ғ.Аҡманов), фотоэлектрон спектроскопияһы (В.И.Хвостенко) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; шыйыҡ кристаллы приборҙарҙарҙа ҡулланыу өсөн шыйыҡ кристалдарҙың оптик үҙенсәлектәре, карбонирланған мезофазаларҙың О., яҡтылыҡтың дифракцияһы, фокус алыҫлығы көйләнә торған яҫы линзалар, квази‑ике күсәрле кристалдар (З.Х.Ҡыуатов, Ю.А.Лебедев, А.Н.Чувыров), фото‑ һәм хемилюминесценция (В.П.Казаков) тикшерелә. Фоторедукциялаусы плёнкаларҙы әҙерләү б‑са эштәр башҡарыла (Г.В.Леплянин), ярымүткәргес антиферромагнетиктарҙа һәм ферриттарҙа домен киҫелешенең структураһына яҡтылыҡ ағымының тәьҫире (Р.А.Дорошенко) һәм квант‑химик иҫәпләүҙәр нигеҙендә молекуляр спектрҙар (Ш.К.Насибуллаев) һ.б. өйрәнелә.

А.Н.Чувыров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: