Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕГЕНДА

Просмотров: 1654

ЛЕГЕНДА (лат. legenda, һүҙмә-һүҙ — уҡылырға тейешле нәмә), фольклорҙа тормошта булып үткән йә булыуы ихтимал тип уйланылған хәл‑ваҡиғалар хаҡында ҡабартып, уларҙы фәҡәт булған хәл тип тасуирлаған, мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән хикәйә. Башҡ. фольклорында Л. мотивтары һәм образдары йыш ҡына мифологияға барып тоташа. Л. түбәндәге төркөмдәргә айырып йөрөтәләр: 1) космогоник — донъяның һәм күк есемдәренең яралыуы т‑да (“Утрау яһаған ике өйрәк”, “Етегән йондоҙ” һ.б.); 2) топонимик — тауҙарҙың, ҡаяларҙың, күлдәрҙең, ауылдарҙың килеп сығыуы һәм уларҙың атамалары т‑да (“Ямантау”, “Тураташ”, “Асылыкүл” һ.б.); 3) үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының килеп сығыуы т‑да (“Умырзая”, “Кәкүк” һ.б.); 4) этногоник — ырыуҙар, ҡәбиләләр, этностарҙың барлыҡҡа килеүе т‑да (“Айыу араһы”, “Бүреләр тоҡомо” һ.б.); 5) дини (“Шайтан себендәре”, “Туфан ҡалҡыу” һ.б.) һ.б. төрҙәр. Л. жанр йәһәтенән риүәйәттәр м‑н тығыҙ бәйле; функциялар уртаҡлығы, ш. уҡ ҡанунлашҡан жанр формаларының булмауы ҡатнаш эпик хикәйәләү тибы — риүәйәт-легенданың барлыҡҡа килеүенә шарттар булдыра. Боронғо мифологик тамырҙары, уйҙырмалары Л. хөрәфәти хикәйәгә һәм әкиәткә яҡынайта.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997; Нәҙершина Ф.А. Халыҡ хәтере. 2‑се баҫ. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: