Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘХМҮТ СӘСӘН

Просмотров: 1523

МӘХМҮТ СӘСӘН, башҡ. шағир-импровизаторы, ҡурайсы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. М.А.Буранғолов тарафынан яҙып алынған “Мәхмүт сәсән” риүәйәте б‑са, М.с. 18 б. йәшәгән, Әүешкүл буйында тыуған, Яугүл (ҡара: Күлтабан) янында вафат булған. Байыҡ Айҙарҙың уҡыусыһы була. Башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) береһендә ҡатнаша. К.М.Дияров тарафынан яҙып алынған икенсе риүәйәт б‑са, ул 19 б. йәшәгән, Төрөкмән а. (хәҙ. Баймаҡ р‑нының 1‑се Төрөкмән а.) тыуған, йәйәүләп батшаға барып етә, шуның өсөн халыҡ уны “Йәйәүле Мәхмүт” тип атай; Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итә, Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнаша. М.с. шиғри мираҫынан күләме 58 юлдан торған әйтеш формаһындағы (сәсәндең үҙ-үҙенә һорауҙары һәм уларға яуаптары) ҡобайыры беҙҙең көндәргә килеп еткән. Сәсәндең ижадына ш. уҡ “Йәйәүле Мәхмүт”, “Аҡмәсет”, “Перовский”, “Түрәкәй” инструменталь көйҙәрҙе, “Төйәләҫ”, “Һары ла сәс” йырҙарын һ.б. индерәләр. исемлеген үтәү, халыҡ мәғарифы, эш мәсьәләләре комиссиялары ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. 1911 й. мартында дәүләт оборонаһы комиссияһына мәҙрәсә тамамлаусылар өсөн хәрби хеҙмәт ваҡытын кәметеү һәм мосолман руханиҙарын хәрби кампанияларға мобилизациялауҙан азат итеү т‑да тәҡдим индерә. 

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019