Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘСИХӘТ

Просмотров: 1385

НӘСИХӘТ (ғәр.), башҡ. халыҡ педагогикаһында (ҡара: Этнопедагогика) кешенең эске һәм тышҡы донъяға мөнәсәбәте формалашыуына, әхлаҡ нормаларын аңлатыуға йүнәлтелгән өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр. Сығанаҡтары алғышҡа барып тоташа. Н. өлкән быуын вәкиле (ғәҙәттә, йәмғиәттә абруйлы кеше, йолаларҙы белеүсе һәм һаҡлаусы) айырым бер кешегә төбәп йә кешеләр төркөмөнә (коллектив) әйтә ала. Н. кеше тормошоноң һәм эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә ала: хужалыҡ‑көнкүреш (“Һәр эште яратып эшлә, яратмаһаң, тотонма, эш рухын асыуландырма”), ғаилә (“Бойороҡ менән килдең йортҡа, буйһоноп йөрө, килен”), белем биреү (“Белемле – иң көслө, арымай-талмай белем тупла”) һ.б.; тормоштоң мөһим ваҡиғаларына (хәрби хеҙмәткә китеү, исем ҡушыу, кейәүгә сығыу һәм өйләнеү һ.б.) йәки берәй ситуацияға бәйле әйтелә. Ҡайһы бер Н. афоризм, әйтем булып китә, икенселәре онотола, ҡулланылыштан төшөп ҡала. М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдиновтың Н. киң билдәле. Дидактик характерҙағы күп кенә ҡобайырҙар, мөнәжәттәр һ.б. нәсихәттең киңәйтелгән формаһынан ғибәрәт. Башҡорт әҙәбиәтендә шиғыр‑Н. аноним поэзияла, Аҡмулла, Ш.Бабич, С.С.Яҡшығолов һ.б. ижадында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Ф ә х р е т д и н о в Р. Нәсихәттәр. Өфө, 2006.  

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: