Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОПЕДАГОГИКА

Просмотров: 1565

ЭТНОПЕДАГОГИКА, төрлө этностар тарихында барлыҡҡа килгән тәрбиәләү һәм уҡытыу б‑са белем һәм күнекмәләр т‑дағы фән. 20 б. 2‑се ярт. формалаша; этнология, психология һәм педагогика м‑н бәйле. Рәсәйҙә Э. идеялары Г.Н.Волков, А.С. Макаренко, В.А.Сухомлинский, Л.Н. Толстой, К.Д.Ушинский, И.Я.Яковлев һ.б. хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Башҡорттарҙың Э. йолаларҙағы, әхлаҡһәм этика нормаларындағы, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендәге традицияларға ярашлы барлыҡҡа килә. Пед. функцияларҙы ғаиләүтәй. Балалар төрлө һөнәр һәм кәсептәр, егетлек (ҡара: Бәйге), ҡорал тотоу оҫталығын һ.б. үҙләштерә; ата‑әсәләренә йорт эштәрендә ярҙамлашып, мал‑тыуар һ.б. ҡарашып, хужалыҡты алып барырға өйрәнә. Ижади үҫеш — халыҡ бейеүҙәрен һәм йырҙарын башҡарыу, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау — мөһим урын биләй. Башҡорт халҡының Э. изгелекле мөнәсәбәт, ғаилә һәм яҡын кешеләр өсөн яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ, намыҫлылыҡ тәрбиәләүгә, ата‑бабаларҙы, өлкән быуын кешеләрен, традицияларҙы һ.б. хөрмәт итеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ислам ҡабул итеү м‑н Э. шәриғәт нормалары тарала, уҡытыуҙа мосолман руханиҙары вәкилдәре ҡатнаша. Башҡорт Э. проблемаларына Аҡмулла, М.М. Биксурин, Ә.Ә.Вәлидов, М.И.Өмөтбаев, С.И.Руденко, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. хеҙмәттәре арналған. Хеҙмәт тәрбиәһенә бәйле Э. мәсьәләләре Ә.М. Сафин, К.Ш.Әхиәров һ.б.; башҡорттарҙың балаларға физик тәрбиә биреү традицияһына бәйле — Х.Х. Баймырҙин һ.б.; уҡыусыларҙы башҡорт милли муз. мәҙәниәте традицияларында тәрбиәләүгә бәйле — Л.М. Кашапова һ.б.; Башҡортостан мәғрифәтселәренең этнопедагогик ҡараштарына бәйле — Р.В.Әлмөхәмәтов һ.б.; башҡорттарҙың этник тарихына, традицион мәҙәниәтенә, милли традицияларына һәм йолаларына бәйле Э. мәсьәләләре Н.В. Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, С.Ә.Галин, И.Ғ. Ғә­ләүетдинов, Р.Ғ.Кузеев, Ғ.С. Ҡунафин, Ф.А.Нәҙершина, Р.Ә. Солтангәрәева, Ә.М.Сөләймәнов, Ә.Н.Усманов һ.б. эштәрендә яҡтыртыла.

Әҙәб.: С а ф и н А.М. Башкирское народное воспитание и его социальная сущность. Cтерлитамак, 1994; А х и я р о в К.Ш. Народная педагогика и современная школа. Уфа, 2000; В а л е е в И.И. Фольклор и педагогика башкир. Уфа, 2010.

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019