Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҢҒЫ ЯРЫШЫ

Просмотров: 1433

САҢҒЫ ЯРЫШЫ, спортсыларға саңғыла үтер өсөн бирелгән араны ваҡытҡа үтә торған спорт төрө. С.я. классик һәм ирекле стилдәр айырыла. Башҡортостанда С.я. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1935 й. Өфө—Ырымбур—Өфө маршруты б‑са (оҙонлоғо 1120 км), 1936 й. Өфө—Пермь—Киров—Ҡазан—Горький маршруты б‑са (1938 км) хәрбиләштерелгән саңғы уҙышы үткәрелә. 1937 й. БАССР йыйылма командаһы РСФСР авт. респ. һәм өлк. спартакиадаһында ҡатнаша. 1946 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбендә С.я. бүлеге асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Респ. йыл һайын “Рәсәй саңғы эҙе” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы (1983 й. алып), “Өфө саңғы  марафоны” (1986 й. алып), Ишембай ҡ. В.В.Новожилов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй саңғы марафоны (1995 й. алып) үткәрелә. 2013 й. Өфөлә Халыҡ‑ара ҡышҡы балалар уйындары сиктәрендә С.я. б‑са ярыштар уҙғарыла. Респ. С.я. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Ярославль—Мәскәү күп көнлөк саңғы уҙышында (1938) ҡатнашыусы З.Фәризов. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Г.В.Ваганов, Б.Х.Ғиззәтуллин, И.А.Зарипов, Э.В.Ибраһимова, И.Н.Маннанов, К.А.Михайлов, Р.Ш.Юнысов һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Бөтә донъя универсиадаһының (2013) бронза призёры О.О.Репницына була. С.я. б‑са ярыштар үткәреү өсөн респ. Өфө (“Биатлон”), Ишембай, Күмертау, Октябрьский ҡҡ., Баҡалы һәм Стәрлебаш р‑ндарында спорт комплекстары бар. Спорт мәктәптәрендә 50‑нән ашыу С.я. бүлеге эшләп килә, уларҙа 5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2014). 1991 й. башлап БР С.я. федерацияһы эшләй. С.я. м‑н тренерҙар Н.Е.Веремей, С.Р.Ғүмәров, Ә.Ә.Ғүмәров, М.Т.Ғәйнетдинов, Х.Х.Ғәлишин, Х.Я.Кинйәғолов, А.А.Книсс, П.М.Малухин, Ю.В.Усанин, З.Г.Хәйретдинов, Р.М.Язареева һ.б эшмәкәрлеге бәйле.

М.Т.Ғәйнетдинов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019