Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ МӘНӘҮЕЗ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 595

КЕСЕ МӘНӘҮЕЗ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 44 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Кесе Мәнәүез й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 647 кеше; 1920 — 784; 1939 — 537; 1959 — 400; 1989 — 229; 2002 — 194; 2010 — 180 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Оло Мәнәүезбаш а. (хәҙ. Ҡушйылға а.) сыуаштары Кесе Мәнәүезбаш исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 18 йортта 71 кеше йәшәгән, 1865 (хәҙ. исемдә) 38 йортта — 194 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. грамота мәктәбе, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Н.ВуколовЭрлик ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: