Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮРӘН ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1052

КҮРӘН ҺЫМАҠТАР (Cyperaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 4000‑дән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шарында таралған. Үлән йәки ағас рәүешле үҫемлектәр. Башҡортостанда 11 заттан 98 төр үҫә. Күп йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, ябай, ғәҙәттә өс ҡырлы, япраҡлы йәки япраҡһыҙ. Япраҡтары 3 рәт булып урынлашҡан, яҫы, тоташҡан еңсәле, телсәһеҙ, аҫҡылары ҡайһы берҙә редукцияланған. Сәскәләре ваҡ, күркһеҙ, сәскә эргәлекһеҙ йәки 1—6 йәки күп һанлы төксәләрҙән торған сәскә эргәлеге бар, ике йәки бер енесле (бер енесле К.һ. ғәҙәттә бер өйлө), ултырма, ҡаплаусы тәңкәләрҙең ҡуйындарында урынлашҡан (күрәндәрҙә инә сәскәләр муҡса барлыҡҡа килтереүсе сәскә ҡолаҡсындары м‑н уратып алынған). Һеркәстәре 3, һирәк осраҡта 2. Емешлеге 1, емшәне өҫкө, бер оялы. Сәскәлектәре — сатырҙарға, суҡтарға, башаҡтарға, һеперткеләргә йыйылған башаҡсалар, һирәгерәк яңғыҙар. Ел ярҙамында һеркәләнә. Емештәре — сәтләүек, һыу һәм хайуандар тарафынан таратыла. Күпселек К.һ. — дымлы урындарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтарының ярҙарында үҫеүсе гигрофиттар. Сүсле үҫемлектәр (екән, күл ҡамышы, мамыҡбаш һ.б.), декоратив үҫемлектәр (күрән, кәкүк ҡамышы, ҡамыш, мамыҡбаш һ.б.), һитә биреүселәр (яр күрәне), ҡомлоҡтарҙы нығытыусылар (сүл күрәне, күл ҡамышы һ.б.). Күп К.һ. — көтөүлек, ҡайһы берҙәре — бесәнлек һәм силос үҫемлектәре. Составында сапониндар, флавоноидтар булған диңгеҙ бүлбе ҡамышы, яр күрәне, киң япраҡлы мамыҡбаш һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Үҫемлектәрҙең 14 һирәк төрө (аҡ күрәнүлән, альп мамыҡмороно, богема күрәне, урта күрән, һомғол мамыҡбаш һ.б.; реликттар кавказ күрәне, ҡара күрән, тутыҡ схенус) — БР‑ҙың, ябай ҡылысүлән ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023