Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИХТИОЛОГИЯ

Просмотров: 899

ИХТИОЛОГИЯ (гр. ichthys — балыҡ һәм ...логия), зоологияның балыҡтарҙы һәм түңәрәғауыҙҙарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын өйрәнә, балыҡ хужалығын маҡсатҡа ярашлы алып барыуҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләй һәм практикаһын камиллаштыра, ресурстарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү, ш. иҫ. балыҡты яһалма үрсетеү сараларын уйлап таба. Башҡортостанда И. өлкәһендәге систематик тикшеренеүҙәрҙе Академик экспедиция башлап ебәрә (төп иғтибар бикреләр ғаиләһенә ҡараған бикре, уҡбалыҡ һ.б., һөмбаштарға ҡараған ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры һ.б. бирелгән). 19 б. С.Т.Аксаков, Л.П.Сабанеев күп балыҡ төрҙәренең биологияһын тасуирлай. 20 б. 1‑се ярт. балыҡтарҙы өйрәнеү м‑н И.В.Кучин, А.В.Подлесный, Ю.В.Цеханович һ.б. шөғөлләнә; В.М.Крапин балыҡтарҙың 37 төрөн тасуирлай (1941). 20 б. 2‑се ярт. бағырҙың таралыуы һәм биологияһы өйрәнелә (Е.В.Кучеров, Б.И.Федорако), балыҡтарҙың 38 төрөнөң ҡыҫҡаса белешмәһе төҙөлә (В.И.Казадаев). БДУ‑ла (И.П.Дьяченко) Павловка һыуһаҡлағысы, Ағиҙел й. басс. ҡайһы бер йылғалары ихтиофаунаһы, күлдәрҙә табан балыҡ популяцияһы структураһы, Яҡтыкүлдә алабалыҡтың биологияһы (Р.Ф. Биккенин), Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәре балығы (Биккенин, Дьяченко), балыҡтар гельминтофаунаһы (М.Ғ.Баянов) тикшерелә. 80‑се йй. һыубаҫар туғай күлдәрендә тауар балығын үрсетеү мөмкинлеген өйрәнеү башлана (Ю.А.Пушкин, Э.М.Светлакова һ.б.). Балыҡтарҙың паразитар ауырыуҙары м‑н 50—70‑се йй. БАХИ‑ла (Казадаев), 60‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында (П.П.Антонов, П.М.Тетерюк), 60—90‑сы йй. БДУ‑ла (Баянов, Г.М.Григорчак) шөғөлләнәләр.

Әҙәб.: Дьяченко И.П., Биккинин Р.Ф. Рыбы Башкирии //Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998; Дьяченко И.П. Пути становления ихтиокомплексов в бассейне р.Белой //Итоги биологических исследований. Уфа, 2001. Вып.7.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019