Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРЛОВ ЮРТАҠ ТОҠОМО

Просмотров: 1431

ОРЛОВ ЮРТАҠ ТОҠОМО, еңел аттар тоҡомо. Тоҡом эсендә эре ҡуйы, эре еңел, эре булмаған ҡуйы һәм уртаса төрҙәре бар. 18 б. аҙ. – 19 б. башында Хреновое йылҡы з‑дында (Воронеж губ.) ғәрәп, Дания һ.б. менге тоҡомдарын көнбайыш Европа еген тоҡомдары (голланд, Мекленбург һ.б.) м-н яңыртыу ҡасырыуы ысулы ярҙамында сығарыла. Тоҡомдо булдырыуҙы башлап ебәргән заводсы граф А.Г.Орлов фамилияһы б-са аталған. О.ю.т. бейәләрен Америка юртаҡ айғырҙары м-н ҡасырып, урыҫ юртаҡ тоҡомо сығарыла. Өфө губернаһына 19 б. аҙ. башҡорт атының эш сифаттарын күтәреү маҡсаты м-н индерелә. Эре, килешле төҙөлөшлө, ныҡлы һөйәкле һәм яҡшы үҫешкән мускулатуралы хайуан. Башы уртаса ҙурлыҡта, маңлайы киң. Муйыны оҙон, мундаһы бейек, арҡаһы оҙон һәм төҙ, осаһы киң. Аяҡтары, ғәҙәттә, дөрөҫ ҡуйылған, алғы аяҡтарының салышлығы һәм быуын ауырыуҙары осрай. Ялы ҡуйы, ҡойроғо ҡабарынҡы. Мундаһының бейеклеге 160–162 см, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 163–165, күкрәк әйләнәһе 185–187, енсек әйләнәһе 20–21 см. Иң күп таралған төҫтәре: тимер күк, туры, ҡара, һирәгерәк ерән. Оҙаҡ йәшәүе һәм үрсемле булыуы м-н айырыла. О.ю.т. ат спортында, а.х. һәм транспорт эштәрендә ҡулланыла. Йылдамлыҡ рекордтары: 1600 м – 1 мин 59,7 с, 2400 м – 3 мин 2,5 с, 3200 м – 4 мин 13,5 с. Башҡа тоҡомдар м-н ҡатнаш О.ю.т. яҡшы эш сифаттары м-н айырылып тора. Саф тоҡомло Орлов юртаҡтары “Өфө” дәүләт завод ат аҙбарында, 119-сы Йылҡысылыҡ заводында, С.М.Киров ис. АХПК‑ла, Дыуан р-нының “Солодья”, “Победа”, “Ярославка” АХПК‑ларында, Илеш р‑нының “Андреевка” тоҡомсолоҡ хужалығы ЯАЙ-нда һ.б. аҫрала.

В.В.Иҙиәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019