Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПИЗООТОЛОГИЯ

Просмотров: 1059

ЭПИЗООТОЛОГИЯ (гр. epí — өҫтөндә, zṓon — хайуан һәм ...логия), хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеш, таралыу сәбәптәре һәм законлыҡтары, иҫ­кәртеү һәм улар м‑н көрәш ысулдары т‑дағы ветеринария фәне. Дөйөм һәм айырым төрҙәргә бүленә. Зоогигиена, микробиология, паразитология, эпидемиология һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Э. тикшеренеүҙең биол., биохимик, клиник, патологоанатомик, физиологик һ.б. ысулдары ҡулланыла. Башҡортостанда 19 б. аҙ. малдың киң таралған инфекцион ауырыуҙары м‑н көрәшеү өсөн дәүләт ветеринария хеҙмәте, диагностика эшен ойоштороу һәм эпизоотик хәлде өйрәнеү маҡсатында Ветеринария‑бактериология лаб. (ҡара: Ветеринария лабораторияһы) булдырыла, уның базаһында 1934—35 йй. СССР ФА‑ның 2 эпизоотологик экспедицияһы үткәрелә. Йылҡының инфекцион энцефаломиелиты Э., симптомологияһы һәм диагностикалауҙың клиник‑лаб. ысулдары өйрәнелә (Ғ.Х. Ишуков) һәм уның м‑н көрәш саралары эшләнә. Туберкулёз һәм бруцеллёзды (В.М.Болдырев, Ә.К.Ҡудашев, Ә.Й. Мөхәмәтйәнов), сусҡа балаларының стрептококкозын (С.Ә.Әминева), быҙауҙарҙың трихофитияһын (Болдырев), сусҡаларҙың классик чумаһын (А.М.Буканов, Б.Ә.Ғәлимов) һ.б. диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Аграр университеттың ғалимдары тарафынан түләмә булғанда күн сеймалын зарарһыҙландырыу ысулдары өйрәнелә (Л.С.Пирогов), йылҡының инфекцион анемияһы (Г.И.Исанин, Л.Н.Судзиловский), малдың бруцеллёзы, туберкулёзы (И.Ф. Коновалов, Ф.Ғ.Мөфтиев), некробактериозы (И.Ф.Әбсәләмов, А.С.Саттаров), лейкозы (Р.Ф.Ғәлиев, Ғ.Н.Моратшин), сусҡа дизентерияһы һәм йәш малдың инфекцион ауырыуҙары (А.И. Иванов), сусҡаларҙың инфекцион атрофия риниты, сәсәге (У.Ғ.Ҡадиров), сальмонеллёзы (Р.Т.Маннапова) һ.б. булғанда иҫкәртеү һәм дауалау‑һауыҡтырыу сараларын үткәреү ысулдары камиллаштырыла. Шулай уҡ ҡара: Ветеринария.

Әҙәб.: Иванов А.И. Общая эпизоотология с ветеринарной санитарией. Уфа, 2007.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019