Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУР, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 675

НУР, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Субай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Һалдыбаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 150; 1989 — 163; 2002 — 107; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында “Нур” артеле ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 17 йорт иҫәпкә алынған. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. 

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: