Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА БУЙЫ АРМИЯ КОРПУСЫ

Просмотров: 891

ВОЛГА БУЙЫ АРМИЯ КОРПУСЫ, Рус армияһында, 1918 й. окт. Юғары баш командующий ген.‑лейт. В.Г.Болдырев бойороғо б‑са элекке Халыҡ армияһы частарынан 1‑се Волга буйы уҡсылар корпусы булараҡ ойошторола; 1919 й. ғин. алып 1‑се В.б.а.к. Корпус составына 1‑се Һамар, 3‑сө Сембер, 13‑сө Ҡазан уҡсылар див. һәм Волга буйы кавалерия бригадаһы, 1918 й. окт.—1919 й. февр. 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкы, 22 майҙан гетман П.К.Сагайдачныйҙың 3‑сө Украина полкы, 3‑сө Өфө‑Һамар, 6‑сы Исәт- Ставрополь казак, Өфө гусар полктары, Сербтар отряды, 12‑се Урал див., бронялы һәм 33‑сө авиация дивизиондары ингән. Юғары баш командующий резервында, 1912 й. майында Көнбайыш армия составында була. Майҙа РККА‑ның Көнсығыш фронты Көньяҡ армиялар төркөмөнә ҡаршы Бәләбәй ҡ. өсөн алыштарҙа ҡатнаша (ҡара: Бәләбәй операцияһы). Май аҙағында Бәләбәйҙән көнсығыштараҡ Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмөнә үҙгәртелә. Корпус ком. — полк., 1918 й. нояб. алып ген.‑майор В.О.Каппель.

Әҙәб.: К о н с т а н т и н о в С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997; Филимонов Б.Б. Белая армия адмирала Колчака. М., 1997; Клавинг В. Гражданская война в России: Белые армии. М.; СПб., 2003.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019